МОСТАФИН Рәшит Мирғәсим улы (30.8.1959, БАССР‑ҙың Күгәрсен р‑ны Мораҡ а.), соц. гигиенист. Мед. ф. д‑ры (2007). РФ‑тың (2009) һәм БР‑ҙың (1998) атҡ. табибы. БДМИ‑ны (1982), Өфө сервис технология ин‑тын (1996) тамамлаған. 1983 й. алып Дүртөйлө үҙәк район дауаханаһында эшләй (1994 й. — баш табип), бер үк ваҡытта 2003 й. башлап БДМУ‑ла уҡыта. 2011 й. алып БР Һаулыҡ һаҡлау министрлығының матди‑техник тәьминәте идаралығы, 2013 й. — “Салют” санитар‑һауыҡтырыу лагеры директоры. Фәнни эшмәкәрлеге ауыл халҡының һаулығын баһалау б‑са мед.-гигиеник аспекттарға һәм уның мед. хеҙмәтләндереүен ойоштороуҙы камиллаштырыуға, агросәнәғәт комплексы хеҙмәтсәндәре һаулығына хәүеф факторҙары йоғонтоһон өйрәнеүгә арналған. 50‑нән ашыу фәнни хеҙмәт авторы. БР Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтайҙың 4‑се саҡырылыш депутаты.

Х е ҙ м.: Организация медицинской помощи сельскому населению. Уфа, 2006 (авторҙ.). 

Тәрж. Г.Ҡ.Ҡунафина

Текст на русском языке