МОСТАФИН Айрат Харис улы (11.7.1959, Өфө), хирург. Мед. ф. д‑ры (2001), проф. (2002). БР-ҙың атҡ. табибы (2015). БДМИ‑ны тамамлағандан һуң (1987) 1991 й. тиклем Өфөнөң 8‑се дауаханаһында эшләй. 1992 й. алып БДМУ‑ла: уҡытыусы, бер үк ваҡытта клиника дир. урынбаҫары; 2005 й. башлап Ғ.Ғ.Ҡыуатов ис. Респ. клиник дауаханаһында. Фәнни эшмәкәрлеге бауыр, үт ҡыуығы һәм үт юлдары ауырыуҙарын, ш. иҫ. вируслы гепатитты, бауыр циррозын, шештәрҙе, поликистозды, гемангиомаларҙы, паразитар ауырыуҙарҙы диагностикалауға һәм хирургик, ҡатнаш дауалау ысулдарын камиллаштырыуға; бауыр һәм үт юлдары хирургияһында пластик материалдарҙы ҡулланыуға арналған. М. ҡатнашлығында бауырҙың усаҡлы ауырыуҙарын хирургик дауалау ысулы, йәбешеүгә ҡаршы һәм асыҡ яраларҙы эндоскопик ҡаплатыу өсөн ҡатнаш биоматериалдар алыу ысулдары, бауыр биопсияһы һәм уны резекциялағанда гемостатик йөй һалыу өсөн ҡоролмалар һ.б. эшләнә. 200‑ҙән ашыу фәнни хеҙмәт һәм 11 уйлап табыу авторы.

Х е ҙ м.: Хирургическое лечение повреждений печени. Уфа, 1997 (авторҙ.); Хирургия печени и желчных путей. Ростов н/Д, 2007 (авторҙ.). 

Тәрж. Г.Ҡ.Ҡунафина

Текст на русском языке