АРМАТУРАЛАНҒАН ПЛАСТИКТАР, бәйләүсе полимер материалдан (матрицанан) һәм нығытыусы (арматуралай торған) сүс структуралы тултырғыстан торған композициялы материалдар. Бәйләүсе материал сифатында — термореактив полимерҙар һәм термопластар, тултырғыс сифатында пластиктарҙы арматуралаусы материалдар ҡулланыла. Тултырғысының тәбиғәтенә ҡарап ағас ҡатлаулы пластиктар (ағас шпон), асбопластиктар (асбест сүсе), быяла пластиктар (быяла сүс), гетинакс (ҡағыҙ), текстолит (туҡыма), углепластиктарға (углеродлы сүс) һ.б. бүлеп йөрөтөләләр. А.п. хас анизотропия үҙенсәлеге арматуралай торған сүстәрҙең йүнәлешле урынлашыуы м‑н булдырыла (ҡара: Анизотроп материалдар). Компоненттарын һайлап алыу, арматуралауҙың схемаларын үҙгәртеү юлы м‑н бирелгән үҙсәнлектәргә (ныҡлыҡҡа, ҡатылыҡҡа, т‑раға сыҙамлылыҡҡа һ.б. параметрҙарға) эйә булған А.п. һәм уларҙан эшләнгән конструкция элементтарын сығарырға мөмкин.

20 б. 90‑сы йй. алып Авиация техник университетында Ю.С.Первушин етәкс. БР‑ҙа сығарылған полимерҙар һәм быяла сүстәр нигеҙендә яңы А.п. табыу өҫтөндә тикшеренеүҙәр алып барыла; полипропилен плёнкаһынан (йәки сүсенән) торған матрицалы һәм быяла сүс (йәки быяла туҡыма) тултырғыслы быяла пропилен сығарыла, ул технологияһы экологик яҡтан таҙа һәм етештереү сығымдары аҙ булыуы м‑н юғары баһалана. Күмертау авиация производство предприятиеһында быяла пластиктан вертолёттарҙың винт баштарын (1980 й. алып) һәм фюзеляж элементтарын (2000 й. алып) яһайҙар.

Ю.С.Первушин

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Текст на русском языке

     © ГАУН РБ“Башкирская энциклопедия”, 2018             Все права на материалы, находящиеся на сайте http://башкирская-энциклопедия.рф, охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.