МОНОГЕНЕЯЛАР (Monogenea), яҫы ҡорттар класы. Яҡынса 2500 төрө билдәле, бөтә Ер шарында таралған. Балыҡ эктопаразиттары, һирәк осраҡта ер-һыу хайуандары һәм һөйрәлеүселәр эндопаразиттары. БР‑ҙа 33 төрө бар. Кәүҙәһе оҙонса, япраҡ рәүешле яҫы, оҙонлоғо 0,02—5 мм, һирәк осраҡта 30 мм тиклем, артҡы осонда ырғаҡтары йәки имгестәре булған эләктерә торған диск бар. Аш һеңдереү системаһы яҡшы үҫешкән, эсәге ике тармаҡлы йәки муҡса рәүешле. Ҡан әйләнеш һәм һулыш алыу ағзалары юҡ. Бүлеп сығарыу системаһы протонефридиаль, ян-яҡта бүлеп сығарыу күҙәүҙәре бар. Гермафродит, ғәҙәттә, йомортҡа һала, һирәк осраҡта йомортҡа-тере бала тыуҙыра йәки тере бала тыуҙыра. Йәшәү циклы — хужаларҙы алмаштырыуһыҙ һәм быуындар сиратлашыуһыҙ (тәлмәрйен күп ауыҙынан башҡа). Ирекле йөҙөп йөрөгән балағорто хужаһын зарарлай һәм бер нисә көндән енси яҡтан өлгөрә. Республикала гиродактилюс — ҡарабалыҡтың, карптың, дактилогирустар — ажауҙың, карптың, табан балыҡтың, дүрт тырнаҡ — суртандың, парадоксаль спайник — ҡорбандың һ.б. паразиттары осрай. М. балыҡтарҙы һәләк итә. 

М.Ғ.Баянов

Тәрж. Г.А.Миһранова

Текст на русском языке

     © ГАУН РБ“Башкирская энциклопедия”, 2018             Все права на материалы, находящиеся на сайте http://башкирская-энциклопедия.рф, охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.