МОЛЛЮСКЫЛАР, й о м ш а ҡ т ә н л е л ә р (Mollusca), умыртҡаһыҙҙар тибы. 7 класы, яҡынса 113 мең төрө билдәле, бөтә Ер шарында таралған. БР‑ҙа ҡорһағаяҡлылар һәм ҡа‑ бырсаҡтар класына ҡараған 120‑нән ашыу төр осрай. Хәрәкәтсән (йөҙөүсе, шыуышыусы) йәки беркетелгән, асимметрик йәки ике яҡлап симметрик организмдар, тәндәре баштан (ҡабырсаҡтарҙа юҡ), кәүҙәнән (эске ағзалар муҡсаһы) һәм 1 аяҡтан (беркетелгәндәрҙең һәм ҡайһы бер паразитик формаларҙыҡы юҡ) тора. Кәүҙәһе мантия м‑н ҡапланған, төрлө формалағы ике ҡапҡаслы йәки бөтөн ҡабырсаҡҡа ябылған (лайлалы ҡусҡарҙарҙыҡы редукцияға бирелгән). Мантия м‑н кәүҙәһе араһында мантия ҡыуышлығы урынлашҡан, уға арт юл, бүлеп сығарыу һәм енси тишектәр асыла. Күпселек төрҙәрҙә ауыҙ ҡыуышлығы башта урынлашҡан, күп М. һәрмәүестәре һәм бер пар күҙе бар. Аш һеңдереү системаһы 3 бүлекле: алғы (яңаҡтары булған ауыҙ ҡыуышлығы, “ҡырғысы” — радулаһы булған ҡыҙыл үңәс), урта (ашҡаҙан һәм бауыр) һәм артҡы (артҡы эсәк). Нервы системаһы 3— 5 пар ганглиянан тора. Күпселеге — айғолаҡтар аша, ер һәм ҡайһы бер сөсө һыу М. үпкә аша тын ала. Ҡан тамырҙары системаһы йомоҡ түгел, йөрәге ҡарынсанан һәм 1—4 (йышыраҡ 2) йөрәк алдынан тора. Бүлеп сығарыу ағзаһы — 1—2 бөйөр. Бер нисә айҙан алып бер нисә тиҫтә йылға тиклем йәшәй. Енси юл м-н үрсей, ҡайһы бер ҡорһағаяҡлылар (күл һәм йылға лужанкалары) тере бала тыуҙыра. Айырым енеслеләр йәки гермафродиттар, аталаныуы тышҡы йәки эске. Аталанған йомортҡанан ҡарышлауыҡ (трохофора йәки велигер) йәки үҫешеп еткән М. сыға. Үҫемлек аҙыҡтары, планктон, детрит (ҡара: Детритофагтар), хайуан емтектәре туҡымалары м‑н туҡлана. БР‑ҙа күлдәрҙә, быуаларҙа, йылғаларҙа, һыуһаҡлағыстарҙа, һирәгерәк күләүектәрҙә, һаҙлыҡтарҙа, ерҙә йәшәй. Һыу ятҡылыҡтарының үҙ аллы таҙарыуында ҡатнаша, һыу һәм ер өҫтө экосистемаларының туҡланыу сылбырҙарында мөһим быуын булып тора, ҡайһы берҙәре өйкөмдәр барлыҡҡа килтереп, судноларға һәм гидротехник ҡоролмаларға зыян килтерә, ауыл хужалығы һәм урман культуралары ҡоротҡостары булып тора. Күп төрҙәре — гельминттарҙың аралыҡ хужалары. М. ҡабырсаҡтарынан биҙәүестәр яһайҙар.

М.Ғ.Баянов

Тәрж. Г.А.Миһранова

Текст на русском языке