МОКЕЕВА Екатерина Геннадьевна (20.9.1975, Өфө), спорт медицинаһы табибы. Мед. ф. д‑ры (2010). Г.И.Мокеевтың ҡыҙы. БДМУ‑ны тамамлағандан һуң (1998) 2005 й. тиклем Респ. табип‑физкультура диспансерында, бер үк ваҡытта 2001 й. алып ӨДАТУ‑ла эшләй. 2010 й. алып П.Ф.Лесгафт ис. Милли физик культура, спорт һәм сәләмәтлек ун‑тында (С.‑Петербург). Фәнни эшмәкәрлеге юғары квалификациялы спортсыларҙың иммун дисфункцияларын өйрәнеүгә һәм уларҙы иҫкәртеүгә һ.б. арналған. 150‑нән ашыу фәнни хеҙмәт авторы.

Х е ҙ м.: Средства восстановления в спортивной медицине. СПб., 2007 (авторҙ.); Спорт. Иммунитет. Питание. СПб., 2012 (авторҙ.). 

Тәрж. Г.Ҡ.Ҡунафина

Текст на русском языке