МОЗЖЕРИН Василий Иванович (12.7.1926, БАССР‑ҙың Өфө кантоны Ишембәт а. — 20.4.2008, Өфө), ветеринар врач. БР ФА‑ның мөхбир ағзаһы (1991), ветеринария ф. д‑ры һәм проф. (1976). БАССР‑ҙың атҡ. фән эшмәкәре (1976), СССР‑ҙың социалистик а.х. отличнигы (1970). Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. БАХИ‑ны тамамлаған (1956). 1941—42 йй. Нуриман р‑нында ветеринар фельдшер, 1947 й. — Оло Теләк р‑нында, 1948— 51 йй. Нуриман районының ветеринар дауаханаһында ветеринар врач. 1956 й. алып БАХИ‑ла: 1970—94 йй. зоогигиена, эпизоотология һәм ветеринария нигеҙҙәре каф. мөдире, бер үк ваҡытта 1987—89 йй. ветеринария ф‑ты деканы. 1997 й. башлап БНИИСХ‑ла: лаб. мөдире, 1998 й. — баш ғилми хеҙм‑р. Фәнни эшмәкәрлеге малсылыҡта һәм ветеринарияла һауаны яһалма ионлаштырыуҙы ҡулланыуға, уның а.х. малы организмына һәм малсылыҡ биналарындағы санитар‑гигиеник режимға тәьҫирен өйрәнеүгә арналған. М. етәкс. БР‑ҙың һәм РФ‑тың башҡа төбәктәренең эре малсылыҡ фермаларында һәм комплекстарында индерелгән яһалма аэроионлаштырыу ысулы эшләнә. 210‑дан ашыу фәнни хеҙмәт авторы. 1‑се дәрәжә Ватан һуғышы (1985), “Почёт Билдәһе” (1971) орд. м‑н бүләкләнгән.

Х е ҙ м.: Теория и практика применения аэроионизации в животноводстве и ветеринарии. Уфа, 2000; Гигиенический и санитарный режим на свиноводческих фермах — основа сохранения здоровья и повышения продуктивности животных. Уфа, 2002 (авторҙ.); Ветеринарные советы по созданию оптимальных условий выращивания новорождённых поросят. Уфа, 2004. 

Тәрж. Г.А.Миһранова