МНЕМОЗИНА, ҡ а р а а п о л л о н (Parnassius mnemosyne), күбәләктәр отрядының елкәнлеләр ғаиләһенә ҡараған бөжәк. Европала, Алғы һәм Урта Азияла таралған. Ҡанатының ҡоласы 6,5 см тиклем, ҡара һүрәтле аҡ төҫтә. Алғы ҡанаттарында 2 ҡара тап бар, сите һорғолт төҫтәге киң таҫмалы, артҡыларының сите эс яҡтан ҡара. Йомортҡалары ярымшар рәүешле, аҡ йәки аҡһыл көрән төҫтә, үҫемлектәрҙең яҙ йондоҙо төрҙәренә һала. Ҡарышлауыҡтары 4,2— 4,5 см, ҡара йәки һорғолт‑ҡара төҫтә, ҡыҫҡа ҡара төктәр м‑н ҡапланған; кәүҙәһенең 2‑се һәм 3‑сө сегменттарының ян‑яҡтарында 4‑әр, ҡалғандарында 2‑шәр ерән‑ҡыҙыл йәки ерән һары төҫтәге тап бар. Ерҙә, ғәҙәттә ҡурсаҡ көбө эсендә ҡурсаҡлана. Ҡурсаҡтары ҡуйы көрән төҫтә, аҡ ҡуныҡ м‑н. БР шарттарында бер йыл эсендә 1 быуын үҫә. Ҡарышлауыҡтары ҡышлай. Күбәләктәрҙең осоп сығыу ваҡыты май аҙ. алып июль уртаһына тиклем, көндөҙ әүҙемдәр. Сәскәләрҙең нектары м‑н, ҡарышлауыҡтары — үҫемлектәрҙең вегетатив өлөштәре м‑н туҡлана. БР‑ҙың үҙәк һәм көньяҡ райондарында осрай. БР‑ҙың һәм РФ‑тың Ҡыҙыл китаптарына индерелгән. 

М.Ғ.Миһранов

Тәрж. Г.А.Миһранова

Текст на русском языке