МИФТАХОВА Әминә Садиҡ ҡыҙы [8.12.1923, БАССР‑ҙың Стәрлетамаҡ кантоны Абдулла а. (БР‑ҙың Ҡырмыҫҡалы р‑ны) — 25.11.2005, Өфө], балалар неврологы. Мед. ф. д‑ры (1973), проф. (1974). СССР‑ҙың һаулыҡ һаҡлау отличнигы (1967). БДМИ‑ны тамамлаған (1947), 1948— 50 йй. Өфөнөң мәктәпкәсә һәм мәктәп учреждениеларында эшләй. 1953— 86 йй. БДМИ‑ла (1972—83 йй. педиатрия, санитария‑гигиена һәм стоматология ф‑ттарының нервы ауырыуҙары каф. мөдире). Фәнни эшмәкәрлеге полиомиелитты, туберкулёз менингитын, балалар церебраль фалижын дауалау мәсьәләләренә, Красноусол балалар шифаханаһының бальнеологик факторҙарын ҡулланып, һүлпән һәм спастик фалижлы балаларҙы комплекслы дауалауҙың һөҙөмтәлелеген өйрәнеүгә арналған. 110‑дан ашыу фәнни хеҙмәт авторы. 

Тәрж. Г.Ҡ.Ҡунафина

Текст на русском языке

     © ГАУН РБ“Башкирская энциклопедия”, 2018             Все права на материалы, находящиеся на сайте http://башкирская-энциклопедия.рф, охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.