АРЛАР, Ишембай р‑нындағы ауыл, Һайран а/с ҡарай. Район үҙәгенән Көнс. 32 км һәм Салауат т. юл ст. Т.‑Көнс. табан 52 км алыҫлыҡта Шиҙе й. (Һәләүек й. ҡушылдығы) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 309 кеше; 1920 — 373; 1959 — 375; 1989 — 227; 2002 — 211; 2010 — 210 кеше. Башҡорттар йәшәй (2002). Башланғыс мәктәп, фельдшер-акушерлыҡ пункты, клуб бар.

Ауылға Нуғай даруғаһы  Юрматы улусы башҡорттары үҙ ерҙәрендә нигеҙ һала, 1757 й. алып билдәле. 1865 й. 38 йортта 202 кеше йәшәгән. Малс‑ҡ, игенселек, умарт‑ҡ, сана яһау м‑н шөғөлләнгәндәр. Мәсет, 4 һыу тирмәне булған. 1906 й. мәсет, 2 һыу тирмәне, мөгәзәй булған; шөғөлдәр араһында урман кәсептәре, септә һуғыу теркәлгән.

Ә.З.Әсфәндиәров, Ғ.И.Яҡупов

Тәрж.Р.Ғ.Ғилманов

     © ГАУН РБ“Башкирская энциклопедия”, 2018             Все права на материалы, находящиеся на сайте http://башкирская-энциклопедия.рф, охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.