МИФТАХОВА Айһылыу Мансаф ҡыҙы (28.7.1975, БАССР‑ҙың Саҡмағош р‑ны Яңы Балаҡ а.), эколог. Биол. ф. д‑ры (2006). БР‑ҙың атҡ. мәғариф хеҙм‑ре (2009), БР‑ҙың мәғариф отличнигы (2004), РФ‑тың почётлы юғары проф. белем биреү хеҙм‑ре (2009). БДУ‑ны тамамлағандан һуң (1998) шунда уҡ эшләй (2002 й. алып кадрҙар идаралығы нач.). 2012 й. башлап БР Ер һәм мөлкәт мөнәсәбәттәре министрлығының кадрҙар һәм дәүләт хеҙмәте бүлеге нач., бер үк ваҡытта 2002 й. алып БДУ‑ның Хоҡуҡ ин‑тында уҡыта. Фәнни эшмәкәрлеге микромицеттар экологияһына һәм нефть м‑н бысранған тупраҡтың биол. активлығын өйрәнеүгә арналған. М. тарафынан нефть м‑н бысраныуҙың ҡатмарлы төҙөлөшлө үҫемлектәрҙең үҫешенә һәм биомассаһына, микроскопик бәшмәктәрҙең составына һәм һанына тәьҫире өйрәнелә; нефть м‑н бысранған төрлө экосистемаларҙа тупраҡтың таҙарыныу һәм уңдырышлылығын тергеҙеү механизмдары асыҡлана; нефть м‑н бысранған тупраҡты микромицеттар ҡулланып биол. индикациялау ысулдары эшләнә. 80‑дән ашыу фәнни хеҙмәт авторы.

Х е ҙ м.: Биологическая активность нефтезагрязнённых почв. Уфа, 2001 (авторҙ.); Фитотоксичность антропогенно загрязнённых почв. Уфа, 2003 (авторҙ.); Целлюлозолитическая активность микроскопических грибов. Уфа, 2007 (авторҙ.).

С.С.Хәйретдинов

Тәрж. Г.А.Миһранова

Текст на русском языке

     © ГАУН РБ“Башкирская энциклопедия”, 2018             Все права на материалы, находящиеся на сайте http://башкирская-энциклопедия.рф, охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.