МИРОНЕНКОВА Жанна Викторовна (25.12.1963, Өфө), провизор. Фарм. ф. д‑ры (2007). БР‑ҙың һаулыҡ һаҡлау отличнигы (2015). БДМИ‑ны тамамлағандан һуң (1986) шунда уҡ эшләй: 1992 й. алып уҡытыусы, 1994 й. — фармацияға идара итеү һәм иҡтисад каф. мед. һәм фарм. тауарҙарын өйрәнеү ғилеме б‑са курс мөдире. Фәнни эшмәкәрлеге дарыуҙар әйләнеше өлкәһендә берҙәм мәғлүмәт киңлеге булдырыу өсөн фарм. мәғлүмәт селтәре төҙөү методологияһына, азолдың полифункциональ сығарылмаларын өйрәнеүгә, ксантинды N‑алмаштырыусы рәтендә биологик актив матдәләр эҙләп табыуға арналған. М. ҡатнашлығында 2‑феноксиметил алмаштырыусы 6,8‑диметил‑2,3‑дигидротиазоло[ 2,3‑f] ксантин алыу ысулы, “Прайс Навигатор” фарм. мәғлүмәт селтәрендә программалар м‑н тәьмин итеүсе универсаль автоматлаштырылған комплекс эшләнә. 100‑ҙән ашыу фәнни хеҙмәт һәм 2 уйлап табыу авторы.

Х е ҙ м.: Информационные технологии для снабженческо‑сбытовой деятельности фармацевтических организаций. Казань, 2009 (авторҙ.). 

Тәрж. Г.Ҡ.Ҡунафина

Текст на русском языке

     © ГАУН РБ“Башкирская энциклопедия”, 2018             Все права на материалы, находящиеся на сайте http://башкирская-энциклопедия.рф, охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.