МИРКИН Борис Михайлович (16.7.1937, Өфө — 9.8.2017, шунда уҡ), фитоценолог, агроэколог. БР ФА‑ның мөхбир ағзаһы (1998), биол. ф. д‑ры (1975), проф. (1976). РФ‑тың (1994), БАССР‑ҙың (1976) атҡ. фән эшмәкәре. Ҡазан ун‑тын тамамлағандан һуң (1959) БНИИСХ‑ла эшләй. 1960—61 йй. һәм 1963 й. алып БДУ‑ла (1982—86 йй. фәнни эштәр б‑са проректор), бер үк ваҡытта 1970 й. башлап Биология ин‑тында геоботаника лаб. мөдире, 2006 й. алып төп ғилми хеҙм‑р һәм 2005 й. — Мәғарифты үҫтереү ин‑тында. Фәнни эшмәкәрлеге Башҡортостандың үҫемлектәр донъяһын өйрәнеүгә, агроэкология, экологик белем биреү проблемаларына арналған. М. тарафынан фитоценология теорияһы (үҫемлектәр классификацияһы, үҫемлектәрҙе анализлауҙың статистик ысулдары) үҫтерелгән, уның ҡатнашлығында а.х. экологик талаптарының нигеҙҙәре эшләнгән. СССР ФА һәм Монгол Халыҡ Респ. ФА‑ның Берҙәм комплекслы биол. экспедицияһының (1971—75) отряд етәксеһе. “БР‑ҙа фитоценология” ғилми мәктәбенә нигеҙ һалыусы. 1400‑ҙән ашыу фәнни һәм уҡытыу-методик хеҙмәт, ш. иҫ. урта мәктәптәр, урта проф. һәм юғары уҡыу йорттары өсөн экологияб‑са дәреслектәр, авторы. БР‑ҙың фән һәм техника өлкәһендәге Дәүләт пр. лауреаты (2015). Салауат Юлаев орд. м‑н бүләкләнгән (2007).

 Хеҙм.: Экология Башкортостана. Уфа, 2008 (авторҙ.); Современное состояние основных концепций науки  о растительности. Уфа, 2012 (авторҙ.); Краткий энциклопедический словарь науки о растительности. Уфа, 2014 (авторҙ.).

С.М.Ямалов

Тәрж. Г.А.Миһранова

Текст на русском языке

     © ГАУН РБ“Башкирская энциклопедия”, 2018             Все права на материалы, находящиеся на сайте http://башкирская-энциклопедия.рф, охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.