МИҺРАНОВ Марат Ғәлихан улы (6.4.1955, Өфө), зоолог. Биол. ф. д‑ры (2000), проф. (2003). БР‑ҙың атҡ. мәғариф хеҙм‑ре (2007), БР‑ҙың мәғариф отличнигы (2002). Н.Ғ.Миһрановтың ҡустыһы. БДУ‑ны тамамлағандан һуң (1977) Биология ин‑тында эшләй, 1981 й. алып Биохимия һәм цитохимия бүлегендә: 1986 й. башлап өлкән ғилми хеҙм‑р, 1994 й. — лаб. мөдире. 1997 й. алып БДПУ‑ның биоэкология һәм биология б‑са белем биреү каф. мөдире. Фәнни хеҙмәттәре Башҡортостан бөжәктәренең төр составын, систематикаһын, биологияһын, экологияһын өйрәнеүгә һәм уларҙы һаҡлауға арналған. М. тарафынан көндөҙгө күбәләктәрҙең 180‑дән ашыу төрө асыҡланған һәм тикшерелгән, пестицидтарҙың тупраҡтағы умыртҡаһыҙҙарға тәьҫире өйрәнелгән. М. ҡатнашлығында Баверсан препараты (пиретроидтар рәтенә ҡараған инсектицид) эшләнгән. 260‑тан ашыу фәнни хеҙмәт авторы.

Х е ҙ м.: Булавоусые чешуекрылые Башкирии: (определитель). Уфа, 1991; Пиретроиды: отечественные аналоги и их токсикология. Уфа, 1994; Влияние пиретроидов на некоторые группы почвообитающих беспозвоночных. Уфа, 2002. 

Тәрж. Г.А.Миһранова

Текст на русском языке

     © ГАУН РБ“Башкирская энциклопедия”, 2018             Все права на материалы, находящиеся на сайте http://башкирская-энциклопедия.рф, охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.