МИҢЛЕБАЕВ Руфил Ғафар улы (18.9.1931, БАССР‑ҙың Яңауыл р‑ны Айбүләк а. — 20.6.2013, Өфө), ботаник, эколог. БР ФА‑ның почётлы акад. (1998), биол. ф. д‑ры (1969), проф. (1970). БАССР‑ҙың атҡ. фән эшмәкәре (1977), СССР‑ҙың юғары белем биреү отличнигы (1981), РФ‑тың почётлы юғары проф. белем биреү хеҙм‑ре (1999). Ҡазан пед. ин‑тын тамамлаған (1954), 1957 й. алып шунда уҡ эшләй; 1963 й. — БДУ‑ла: 2006 й. тиклем ботаника каф. мөдире, бер үк ваҡытта 1970—75 йй. һәм 1980—91 йй. биол. ф‑ты деканы. Фәнни эшмәкәрлеге эшмәкәрлеге тупраҡ ылымыҡтарын, ҡый үләндәрен, ботаник тәбиғәт ҡомартҡыларының флораһын, файҙалы үҫемлектәрҙең ресурстарын өйрәнеүгә һәм уларҙы һаҡлауға арналған. Тупраҡ альгологияһы б‑са ғилми йүнәлешкә нигеҙ һалыусы. “БашҡортАССР‑ының ҡатмарлы төҙөлөшлө үҫемлектәр белешмәһе” н (“Определитель высших растений Башкирской АССР”; 1988), “Башҡортостан ылымыҡтарының ҡыҫҡаса белешмәһе” н (“Краткий определитель водорослей Башкортостана”; 1996) төҙөүселәрҙең береһе. Рәсәй ботаника йәмғиәтенең Башҡ‑н бүлексәһе рәйесе (1970—2013). 270 фәнни хеҙмәт авторы.

Х е ҙ м.: Сорные растения Татарии и борьба с ними. Казань, 1963; Эколого-географический анализ флоры Республики Башкортостан. Уфа, 1995 (авторҙ.); Определитель весенних растений Башкортостана. Уфа, 2003 (авторҙ.). 

Б.М.Миркин

Тәрж. Г.А.Миһранова

Текст на русском языке

     © ГАУН РБ“Башкирская энциклопедия”, 2018             Все права на материалы, находящиеся на сайте http://башкирская-энциклопедия.рф, охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.