МИНУАРЦИЯ (Minuartia), ҡәнәфер һымаҡтар ғаиләһенә ҡараған үҫемлек заты. Яҡынса 130 төрө билдәле, башлыса Төньяҡ ярымшарҙың субарктик һәм уртаса бүлкәттәрендә, һирәгерәк субтропиктарҙың һәм тропиктарҙың тауҙарында таралған. Башҡортостанда 3 төрө үҫә. Күп йыллыҡ үләндәр. Һабаҡтары күп һанлы, тармаҡлы, бейеклеге 15— 20 см. Япраҡтарының формаһы беҙ һымаҡтан алып тар ҡыяҡлыға тиклем. Сәскәләре ике енесле, аҡ төҫтә, биш өлөшлө, яңғыҙар йәки һабаҡ остарында ҡуйы булмаған ярымсатырға йыйылған. Каса япраҡсалары осло. Июнь—авг. сәскә ата. Емеше — ҡумта, июль—сент. өлгөрә. Ҡаяларҙа һәм ташлы далаларҙа үҫә. Крашенинников М. Башҡортостан (Көньяҡ) Уралының һәм Башҡортостандың Урал аръяғының урман‑дала һәм дала зоналарында таралған, Башҡортостандың Урал алдында табылған. Гельм М. — башлыса тау‑урман зонаһында респ. төньяҡ‑көнсығышында Әй й. буйындағы ҡаяларҙа, реликт Урал М.

Гельм минуарцияһы (Minuartia helmii) Учалы р‑нындағы Нәрәле һыртында осрай. Декоратив үҫемлектәр. Эндемиктар Крашенинников М. һәм Гельм М. БР‑ҙың һәм РСФСР‑ҙың Ҡыҙыл китаптарына индерелгән. 

А.Ә.Мулдашев

Тәрж. Г.А.Миһранова

 Текст на русском языке

     © ГАУН РБ“Башкирская энциклопедия”, 2018             Все права на материалы, находящиеся на сайте http://башкирская-энциклопедия.рф, охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.