МИНҺАЖЕВ Гайдар Ғиләж улы (2.6.1936, Ҡазан), стоматолог, хирург. Мед. ф. д‑ры (1988), проф. (1990). РФ‑тың (1998) һәм БАССР‑ҙың (1987) атҡ. табибы, СССР‑ҙың уйлап табыусыһы (1985). Ҡазан мед. ин‑тын тамамлаған (1964). 1968 й. алып Респ. клиник дауаханаһында, 1980 й. — БДМУ‑ла эшләй: 1982 й. — хирургик стоматология каф. мөдире, бер үк ваҡытта 1983—87 йй. стоматология ф‑ты деканы, 1996 й. башлап дипломдан һуң белем биреү ин‑тының стоматология һәм яңаҡ‑йөҙ хирургияһы каф. мөдире, бер үк ваҡытта “Биоплант” ғилми‑тикшеренеү һәм производство ин‑ты директоры. Фәнни эшмәкәрлеге туҡымаларҙы регенерациялау, йомшаҡ һәм ҡаты туҡымалары зарарланған ауырыуҙарҙы дауалау өсөн биопрепараттар һәм биотрансплантаттар эшләү проблемаларына арналған. М. ҡатнашлығында операциянан һуң дефекттар булғанда яңаҡ һөйәген регенерациялауҙы шәбәйтеү, бауыр, ашҡаҙан, һөт биҙе, аяҡ‑ҡулдарҙың һ.б юҡҡа сыҡҡан туҡымаларын тергеҙеү, эренле маститты, ашҡаҙандың сей яра ауырыуын, яңаҡ атрофияһын дауалау ысулдары, тештәрҙе һурғандан һуң ҡан ағыуҙы туҡтатыу ысулы һ.б. эшләнгән. 500‑ҙән ашыу фәнни хеҙмәт һәм 27 уйлап табыу авторы.

Хеҙм.: “Биоплант” в хирургии. Уфа, 2008 (авторҙ.); “Биоплант” в стоматологии. Уфа, 2011 (авторҙ.); Плацентарный трансплантат. 2‑е изд. Уфа, 2013.

Тәрж. Г.Ҡ.Ҡунафина

Текст на русском языке