МИНИН Геннадий Дмитриевич (27.10.1940, Свердловск ҡ.), санитар табип. Мед. ф. д‑ры (1998). РФ‑тың (2003) һәм БАССР‑ҙың (1990) атҡ. табибы, СССР‑ҙың (1986) һәм БР‑ҙың (2000) һаулыҡ һаҡлау отличнигы, Рәсәй Дәүләт санитария‑эпидемиология хеҙмәтенең почётлы хеҙм‑ре (1996). Свердловск мед. ин‑тын тамамлағандан һуң (1964) “БР‑ҙа гигиена һәм эпидемиология үҙәге” Федераль дәүләт һаулыҡ һаҡлау учреждениеһында: 1977 й. алып бүлек мөдире, 1983—2015 йй. баш табип; бер үк ваҡытта 1983—2005 йй. БР‑ҙың Һаулыҡ һаҡлау министры урынбаҫары — БР‑ҙың баш дәүләт санитар табибы, 1999 й. алып БДМУ‑ла эшләй (2008 й. тиклем дипломдан һуң белем биреү ин‑тының гигиена, эпидемиология һәм санитар‑эпидемиология хеҙмәтен ойоштороу каф. мөдире). Фәнни эшмәкәрлеге тирә‑яҡ мөхитте санитар һаҡлау проблемаларына, халыҡ һаулығына тирә‑яҡ мөхиттең насар факторҙары тәьҫире дәрәжәһен баһалауҙың соц.‑гигиеник мониторингына, инфекцион ауырыуҙарҙы иҫкәртеүгә арналған. 200‑ҙән ашыу фәнни хеҙмәт авторы.

Х е ҙ м.: Медико‑экологические проблемы диоксинового загрязнения окружающей среды. М., 1999 (авторҙ.); Геморрагическая лихорадка с почечным синдромом: актуальные проблемы эпидемиологии, патогенеза, диагностики, лечения и профилактики. Уфа, 2006 (авторҙ.). 

 Тәрж. Г.Ҡ.Ҡунафина

Текст на русском языке