МИНДАЛЬ, д а л а с ә т л ә ү е г е (Amygdalus), роза һымаҡтар ғаиләһенә ҡараған үҫемлек заты. Яҡынса 40 төрө билдәле, Евразияла, Төньяҡ Америкала таралған. Башҡортостанда тәпәш М. үҫә. Япраҡ ҡоя торған яҡтылыҡ яратыусы ҡыуаҡ, бейеклеге 1—1,5 м, үрендеһе төҙ, ҡыҙғылт һоро йәки һоро төҫтә. Япрағы ябай, ҡыяҡ-ланцет, ланцет йәки овал формаһында, осло, бысҡы ситле, һаплы, сиратлы, ҡыҫҡа ботаҡтарҙа — шәлкемдәрҙә урынлашҡан. Сәскәһе эре, алһыу йәки сағыу ал, яңғыҙ, ҡыҫҡа ботаҡтарҙа үҫә. Майҙа бер үк ваҡытта япраҡ яра һәм сәскә ата. Емеше — аҡһыл һары төҫтәге кейеҙ һымаҡ йөнтәҫ йомро төшлө емеш, июль—авг. өлгөрә. Урман ситтәрендә, ҡоро битләүҙәрҙә, һыҙаларҙа үҫә; БР‑ҙың урман- дала һәм дала зоналарында таралған. Декоратив үҫемлек. Һарыҡ һәм кәзәләр өсөн мал аҙығы үҫемлеге, һыйыр малы өсөн ағыулы. Орлоғоноң составында ҡуйы майҙар һәм__ эфир майҙары бар, халыҡ медицинаһында ҡулланыла.

Р.В.Вафин

Тәрж. Г.А.Миһранова

Текст на русском языке

     © ГАУН РБ“Башкирская энциклопедия”, 2018             Все права на материалы, находящиеся на сайте http://башкирская-энциклопедия.рф, охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.