МИНАСОВ Булат Шамил улы (4.1.1956, БАССР‑ҙың Учалы р‑ны Учалы а.), травматолог‑ортопед. Мед. ф. д‑ры (1995), проф. (1997). РФ‑тың (2008) һәм БР‑ҙың (1999) атҡ. табибы, СССР‑ҙың атҡ. уйлап табыусыһы (1987). БДМИ‑ны тамамлаған (1979). 1981 й. алып 13‑сө дауаханала, 1983 й. — БДМУ‑ла (1997 й. дипломдан һуң белем биреү ин‑тының травматология, ортопедия һәм өҫтәмә мед. белем биреү курстары булған хәрби-ялан хирургияһы каф. мөдире), бер үк ваҡытта 2008 й. башлап ашығыс мед. ярҙамы дауаханаһында (бөтәһе лә — Өфө) эшләй. Фәнни эшмәкәрлеге терәк‑хәрәкәт системаһы травмаларын һәм ауырыуҙарын диагностикалау, хирургик дауалау, умыртҡа‑арҡа мейеһе йәрәхәтләнгән пациенттарҙы функциональ реабилитациялау, эре быуындарға эндопротез һәм артропластика эшләү ысулдарын камиллаштырыу һ.б. проблемаларға арналған. М. ҡатнашлығында умыртҡа, арҡа мейеһе ауырыуҙарын һәм йәрәхәттәрен диагностикалау һәм дауалау ысулдары эшләнеп, клиник практикаға индерелә. 500‑ҙән ашыу фәнни хеҙмәт һәм 40 уйлап табыу авторы. БР травматологтары, ортопедтары һәм протезсылары ассоциацияһы президенты (2003 й. алып).

Х е ҙ м.: Диагностика, хирургическое лечение и реабилитация больных с нестабильными повреждениями грудного и поясничного отделов позвоночника. Уфа, 2004 (авторҙ.); Стабильно‑функциональный остеосинтез переломов длинных трубчатых костей по малоинвазивной технологии. Уфа, 2004 (авторҙ.); Социальная, бытовая и профессиональная реинтеграция больных с дефектами мягких тканей на основе функциональной и эстетической реабилитации. Уфа, 2005 (авторҙ.). 

Тәрж.Г.Ҡ.Ҡунафина

Текст на русском языке