МИЛӘҮШӘ (Viola), миләүшә һы- маҡтар ғаиләһенә ҡараған үҫемлек заты. Яҡынса 450—500 төрө билдәле, башлыса Төньяҡ ярымшарҙың һәм Көньяҡ Американың уртаса һәм субтропик бүл- кәттәрендә таралған. Башҡортостанда 16 төрө үҫә. Күп, һирәгерәк бер йыллыҡ үләндәр, бейеклеге 5—60 см. Һабаҡтары төҙ йәки йәйенке, улар булмағанда үҫемлектәр розетка- лы. Япраҡтары ябай, бөтөн, яп- раҡ ҡолаҡсындары м‑н, ситтәре, ғәҙәттә, киртләс- ле, һаплы, сиратлы. Сәскәләре күк- тән алып миләүшә төҫөнә тиклем, һирәк осраҡта полихром, ике енес- ле, зигоморф, биш өлөшлө, берәр- ләп япраҡ ҡуйындарында урынлашҡан. Каса япраҡтары 5 (артҡа йүнәлтелгән ҡолаҡ рәүешле үҫентеләре бар). Апр.—июндә сәскә ата. Емеше — өс ҡапҡаслы ҡумта, июнь— июлдә өлгөрә. Тау М., имәнлек М., йөнтәҫ М., ғәжәп М. һәм ҡалҡыулыҡ М. — ылыҫлы һәм ҡатнаш, хуш еҫле М., һөйкөмлө М., Селькирк М. — киң япраҡлы, киң япраҡлы‑ҡара ылыҫлы, тау М. — һыубаҫар урмандарҙа һәм урман ситтәрендә; шикле М. — ташлы далаларҙа; эт М., ала М. — болон‑ дарҙа; ялан М. — һөрөнтө ер һәм ҡалдауҙарҙа; шәрә М. — һаҙлыҡ‑ тарҙа; һыу М. — дымлы, таралыу- сан М. — ҡоро болондарҙа үҫә. Күпселек М. — мал аҙығы һәм бал- лы, ялан М. һәм ала М. — дарыу үҫемлектәре. Составында алкалоидтар, сапониндар, эфир майҙары һ.б. бар, халыҡ медицинаһында ҡулла- ныла. Виттрок М. сорттары декора‑ тив үҫемлектәр сифатында үҫтерелә. 

А.Ә.Мулдашев

Тәрж. Г.А.Миһранова

Текст на русском языке

 

     © ГАУН РБ“Башкирская энциклопедия”, 2018             Все права на материалы, находящиеся на сайте http://башкирская-энциклопедия.рф, охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.