МИКСОСПОРИДИЯЛАР, л а й л а л ы с п о р о в и к т а р (Myxosporidia), иң ябайҙар тибы. 2 класҡа (актиномиксидиялар һәм миксоспоралылар) ҡараған 870‑тән ашыу төрө билдәле. Бөтә ерҙә таралғандар. Умыртҡаһыҙҙарҙың һәм ябай төҙөлөшлө умыртҡалыларҙың (башлыса балыҡтарҙың һәм һөйрәлеүселәрҙең) паразиттары. БР‑ҙа 3 төрө бар: Myxobolus ranae, Myxobolus carassi, Henneguya psorospermica. Вегетатив формаһы оҙонлоғо 10 мкм алып 2—3 мм тиклем булған хәрәкәтсән күп ядролы плазмодийҙарҙан (вегетатив һәм генератив ядролы) ғибәрәт, туҡымалы формала плазмодий хәрәкәтһеҙ һәм хужаһының тоташтырғыс туҡымаһынан торған диам. 6 см тиклемге циста м‑н уратып алынған. Енесһеҙ йәки енси юл аша бер йәки бер нисә спора барлыҡҡа килә, улар балыҡтың эсәге аша һыуға сығарыла һәм яңы хужа тарафынан йотола. Яралғы эсәктең лайлалы тиресәһенә үтеп инә, ҡан ағышы м‑н ағзаларға һәм туҡымаларға эләгә, унда плазмодий үҫә һәм формалаша. Балыҡтар миксоспоридиозын барлыҡҡа килтерәләр.

Әҙәб.: Ш у л ь м а н С.С. Миксоспоридии фауны СССР. М.; Л., 1966. 

В.А.Книсс

Тәрж. Г.А.Миһранова

Текст на русском языке

     © ГАУН РБ“Башкирская энциклопедия”, 2018             Все права на материалы, находящиеся на сайте http://башкирская-энциклопедия.рф, охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.