МИКРОСПОРИЯ, ҡ ы р ҡ ы л с а н, кеше һәм хайуандарҙың башлыса тән тиреһе һәм сәстәре зарарлана торған бәшмәк ауырыуы. М. төп ике төр тыуҙырыусыны айыралар: Microsporum canis, кешеләр һәм хайуандар ауырыуын тыуҙыра (зоофил М.) һәм Microsporum ferrugineum, фәҡәт кешене зарарлай (антропофил М.). Башҡортостанда антропофил М. м‑н ауырыу 1988 й. бөтөрөлә.

Кеше М. Зоофил М. ауырыу хайуандар, күбеһенсә бесәй, эттәр, ауырыу кеше м‑н аралашҡанда (көнкүреш әйберҙәре аша) йоға. Башлыса балалар ауырый (ауырыу осраҡтарының 84—89%‑ы). Инкубация осоро 2—10 көн дауам итә. Төп билдәләре: тән тиреһендә асыҡ күренгән түңәрәк алһыу ҡыҙыл ҡауаҡланыусан тимгелдәр (диам. 1—2 см); баш тиреһендә тәңкәләр һәм 4—6 мм һынған сәстәр м‑н ҡапланған аҡһыл ал төҫтәге урындар (диам. 2—3 см). Диагностика өсөн клиник, микроскопик, бактериологик (тыуҙырыусының культураһын алыу) һәм инструменталь (Вуд лампаһы нурҙарында зарарланған сәстәрҙе йәшел төҫ м‑н яҡтыртыу) тикшеренеү мәғлүмәттәре файҙаланыла. Дауалау медикаментоз (эскә — системалы антимикотик антибиотиктар, тыштан — бәшмәккә ҡаршы майҙар, 2%‑лы йод төнәтмәһе), зарарланған сәстәрҙе алыу. Иҫкәртеү: ауырыуҙарҙы иртә асыҡлау, изоляциялау һәм дауалау, халыҡ араһында санитар‑аңлатыу эше алып барыу. БР‑ҙа 100 мең кешегә 2008 й. — 23,7; 2010 — 21,4; 2012 — 39,3 М. м‑н ауырыған кеше теркәлгән. Медицина университетында зоофил М. эпидемиология, клиника, дауалау һәм иҫкәртеү үҙенсәлектәре өйрәнелгән (Х.С.Фәхретдинова).

Хайуандар М. Йышыраҡ бесәй, эт, ҡиммәтле тиреле йәнлектәр һәм йорт ҡуяндары ауырый. Тыуҙырыусыны таратыусылар — уны тышҡы мөхиткә зарарланған йөндәре һәм тәңкәләре аша бүлеп сығарыусы ауырыу хайуандар. Ауырыу контакт ваҡытында, аҫлыҡ, көнкүреш әйберҙәре һ.б. аша йоға. М. йыш ҡына йәшерен формала үтә, һирәгерәк тирелә түңәрәк, тәңкәле һәм һынған йөн урындары табалар. Диагностика клиник һәм лаб. тикшеренеүҙәр (ҡырып алып микроскопия яһау, Вуд лампаһын файҙаланыу) мәғлүмәттәренә нигеҙләнә. Дауалау медикаментоз (вакцина ҡулланыу, тыштан — йод препараттары һәм фунгицид майҙар). Иҫкәртеү: вакцинация, ауырыу хайуандарҙы изоляциялау һәм дауалау, берәҙәк эт һәм бесәйҙәрҙе тотоу һ.б. 

 

А.В.Долматова, Х.С.Фәхретдинова, З.Р.Хисмәтуллина

Тәрж. Г.Ҡ.Ҡунафина

Текст на русском языке

     © ГАУН РБ“Башкирская энциклопедия”, 2018             Все права на материалы, находящиеся на сайте http://башкирская-энциклопедия.рф, охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.