МИКРОСПОРИДИЯЛАР (Mycrosporidia), иң ябайҙар тибы. Яҡынса 800 төрө билдәле, бөтә Ер шарында таралған. Умыртҡаһыҙҙарҙың һәм умыртҡалыларҙың күҙәнәк эсе паразиттары. БР‑ҙа бал ҡорто ноземаһы табылған. Ваҡ (оҙонлоғо 4— 6 мкм) организм. Спораһы овал, алғы осона ҡарай йоҡарған ике йәки өс ҡатлы тышса м‑н ҡапланған, күҙәнәктең артҡы яғында ҡулса формаһында төрөлгән поляр епсәһе бар. Спораның алғы өлөшөндә бер йәки ике ядролы яралғы (спороплазма) урынлашҡан. Хайуандар, ғәҙәттә, ауыҙ ҡыуышлығы аша зарарлана. Хужаның эсәгендә спораның поляр епсәһе сыға һәм күҙәнәк тышсаһын тишеп, епсә каналы аша был күҙәнәккә спороплазма үтеп инә. Күҙәнәккә үтеп ингән яралғы, ике ядролы берәмеккә башланғыс биргән шизонттар барлыҡҡа килтереп, бүленеү юлы м‑н үрсей, енси процестан һуң уларҙа спора яһалыу башлана. Хужаның тарҡалған күҙәнәктәренән споралар эсәк киңлегенә эләгә һәм тышҡы мөхиткә сығарыла, унда улар бер нисә йыл һаҡланырға мөмкин. М. балыҡтар, ер-һыу хайуандары микроспоридиозын, бал ҡорттары нозематозын тыуҙыра. 

Ю.В.Островская, С.С.Хәйретдинов

Тәрж. Г.А.Миһранова

Текст на русском языке

     © ГАУН РБ“Башкирская энциклопедия”, 2018             Все права на материалы, находящиеся на сайте http://башкирская-энциклопедия.рф, охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.