МИКРООРГАНИЗМДАР, м и к р о б т а р, микроскоп аҫтында ғына күреп булған бик бәләкәй, башлыса бер күҙәнәкле организмдар. Бөтә экологик мөхиттәрҙә, ш. иҫ. башҡа организмдар үҫешә алмағандарында ла, йәшәйҙәр. М. араһында прокариоттар (актиномицеттар, бактериялар, зәңгәрһыу йәшел ылымыҡтар, микоплазмалар) һәм эукариоттар (бер күҙәнәкле ылымыҡтар, иң ябайҙар, микроскопик бәшмәктәр, сүпрә бәшмәге) бар, ҡайһы берҙә уларға вирустарҙы ла индерәләр. Башлыса күҙәнәктең ябай бүленеүе ярҙамында бик тиҙ үрсейҙәр һәм үҫәләр. Күпселек М. енси үрсеү юҡ, ҡайһы берҙәренең споралары йәшәү һәләтен бер нисә миллион йылға тиклем һаҡлай ала. М. тәбиғәттә матдәләр әйләнешендә мөһим әһәмиәткә эйә. Һыуҙа тереклек иткән М. тимер, көкөрт һ.б. химик элементтарҙың әйләнешендә ҡатнаша, хайуан һәм үҫемлек сығышлы органик матдәләрҙе тарҡата, һыу ятҡылыҡтарының үҙ аллы таҙарыуын тәьмин итә. Ҡайһы бер микробтарҙың эшмәкәрлеге тупраҡтың азотҡа ярлыланыуына, а.х. продукцияһының боҙолоуына, металдар коррозияһына, ҡоролмаларҙың емерелеүенә, һыу ятҡылыҡтарында һыуҙың һаҙланыуына, йәшелләнеүенә һәм унда ағыулы матдәләрҙең тупланыуына килтерә. Кеше, хайуан һәм үҫемлек организмының микрофлораһы уларҙың йәшәү эшмәкәрлегендә мөһим урын тота, ҡайһы бер М. патоген йәки шартлы патоген булып тора. Күпселек М. биологик актив матдәләр алыу өсөн, аҙыҡ-түлек сәнәғәтендә ҡулланыла. А.х. бактериаль ашламаларҙы файҙаланалар, М. ярҙамында мал аҙыҡтарын консервалайҙар (ҡара: Силос). М. микробиология өйрәнә. БР‑ҙа шартлы патоген М. һанын, күп төрлөлөгөн һәм улар тыуҙырған процестарҙы өйрәнеү Медицина университетында алып барыла. Тупраҡтағы микроскопик бәшмәктәр комплексын биогеоценоз компоненттары, ауыл хужалығы һәм урман культуралары ауырыуҙарын тыуҙырыусылар булараҡ — Ауыл хужалығы институтында, Башҡорт дәүләт университетында, Биология институтында, ылымыҡтарҙы БДУ‑ла, Педагогия университетында тикшерәләр. Шулай уҡ ҡара: Азотфиксация, Аммонийлашыу, Биологик бысратыу, Биологик индикация, Биологик таҙартыу, Денитрификация, Гетеротрофтар, Нитрификация.

Н.Ә.Кирәева

Тәрж. Г.А.Миһранова

Текст на русском языке