АРЛАН УРТА МӘКТӘБЕ, Краснокама р‑ны. 1877 й. 1 класлы башҡа милләттәр өсөн мәктәп (урыҫ‑мари) булараҡ нигеҙ һалына, 1898 й. алып 2 класлы, 1918 й. — 1‑се баҫҡыс мәктәп, 1923 й. — крәҫтиән йәштәре мәктәбе, 1930 й. — башланғыс мәктәп, 1934 й. — тулы булмаған урта мәктәп, 1952 й. хәҙ. статусын ала. Оҫтаханалары, баҡсаһы, тыуған яҡты өйрәнеү музейы, интернаты бар. А.у.м. м‑н Д.Г.Ожигановтың эшмәкәрлеге бәйле. 1937 й. алып мәктәпте 4,5 меңдән ашыу кеше тамамлаған (2011), улар араһында А.А.Алексеев, Р.Ғ.Каланов, А.Юзыкайн.

Әҙәб.: Покровский С. Ея Императорское Высочество Благоверная Государыня и Великая Княгиня Елизавета Фёдоровна у черемисязычников 8, 9, 10, 11 июля 1910 г. в Николо-Берёзовке Уфимской епархии. М., 1912.

Э.Д.Тимербаев

Тәрж. Т.С.Дәүләтбирҙина

Текст на русском языке

Все права на материалы сайта охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.

ГАУН РБ “Башкирская энциклопедия” © 2015—2018