МИКРОБИОЛОГИЯ (микро... һәм биология), микроорганизмдар т‑дағы фән. Микроорганизмдарҙың систематикаһын, морфологияһын, физиологияһын, биохимияһын, нәҫелдән бирелеүсәнлеген һәм үҙгәреүсәнлеген, таралыуын һәм тәбиғәттәге матдәләр әйләнешендәге ролен, практик әһәмиәтен өйрәнә. Дөйөм, айырым (микроорганизмдарҙың айырым төркөмдәре) һәм мед. М. айырыла. Башҡортостанда мед. М. б‑са тикшеренеүҙәр 1905 й. Пастер ст. (ҡара: “Иммунопрепарат”) һәм 30‑сы йй. уртаһынан Медицина университетында (С.А.Белявцев, Е.М.Губарев, Н.И.Мельников) башлана. 50‑се йй. Биология институтында дөйөм һәм айырым М. (М.Н.Буранғолова, И.А. Мазилкин, Е.И.Соловьёва) үҫеш ала. БДМУ‑ла З.Ғ.Ғәбиҙуллин етәкс. шартлы патоген микроорганизмдарҙың үҙенсәлектәре молекуляр‑генетик кимәлдә өйрәнелә. Биология ин‑тында бактериаль ашламалар алыу, микроорганизмдар ҡулланып мәғдәндәрҙән металдарҙы иретеп алыу ысулдары эшләнә, ауыл хужалығы һәм урман культуралары ҡоротҡостары, тупраҡтың техноген бысраныуы (О.Н.Логинов, А.И.Мелентьев һ.б.) м‑н көрәшеү өсөн биологик препараттар (Азолен, Бациспецин, Елена) эшләнә. Аграр университетта (В.Д.Недорезков) һәм Ауыл хужалығы институтында (М.Й.Миңлекәев) эндофит бактериялар нигеҙендә экологик яҡтан хәүефһеҙ биопрепараттар (Интеграл, Фитоспорин) булдырыла. Хлорорганик берләшмәләрҙе, полициклик ароматик берләшмәләрҙе деструкторлаусы микроорганизмдарҙы эҙләү һәм улар нигеҙендә тупраҡты, һыу ятҡылыҡтарын таҙартыу өсөн биопрепараттар — Биология ин‑тында (Т.В.Маркушева, Р.Н.Чураев), Нефть техник университетында (В.В.Зорин, Г.Ғ.Йәғәфәрова, Р.Н.Хлёсткин һ.б.), Башҡорт дәүләт университетында (Н.Ә.Кирәева); ҡатламдарҙың нефть биреүсәнлеген арттырыуҙың микробиологик ысулдары “БашНИПИ нефть” (Р.Х.Хәзипов, Э.М.Юлбарисов һ.б.) ЯСЙ‑нда эшләнелә. Төрлө ер эшкәртеү ысулдарының, ашламаларҙың тупраҡ микрофлораһына тәьҫире Биология ин‑тында (И.М.Ғәббәсова, Ф.Х.Хәзиев һ.б.), БДАУ‑ҙа (Н.М.Нурмөхәмәтов) өйрәнелә. Үҫемлектәр һәм микроорганизмдарҙың үҙ‑ара тәьҫир итешеүенең молекуляр механизмдарын тикшереү Биохимия һәм генетика институтында (В.А.Вәхитов, И.В.Максимов һ.б.) һәм БДУ‑ла (Р.И.Ибраһимов, И.Ф. Шәйәхмәтов) үткәрелә. Микроскопик ылымыҡтар тупраҡта, һыу ятҡылыҡтарында йәшәүселәр һәм уларҙың торошоноң индикаторҙары булараҡ БДУ‑ла (И.Е.Дубовик, Г.Ғ.Ҡужәхмәтов, Ф.Б.Шкундина һ.б.), Педагогия университетында (Р.Р.Кәбиров) өйрәнелә. Хайуандар М. б‑са тикшеренеүҙәр 60‑сы йй. алып үткәрелә. Ветеринария лабораторияһында — бруцеллёзды, туберкулёзды иҫкәртеү (Ә.С.Аҡсурин, Ф.Ғ.Мөфтиев), һарыҡтарҙың тояҡ эренен дауалау алымдары (Аҡсурин, А.С.Саттаров); БДАУ‑ҙа некробактериозды (Ф.М.Мәхмүтова, И.Ф.Әбсәләмов һ.б.) дауалау ысулдары, составында целлюлоза булған мал аҙыҡтарын ҡаты фазалы бактериаль ферментациялау ысулы (Г.В.Карпова, Р.Т.Маннапова) эшләнелә; сусҡа дизентерияһы осрағында эсәктәрҙең микрофлораһы өйрәнелә (А.И.Иванов). 90‑сы йй. башлап Маннапова етәкс. умартасылыҡ продукттарының а.х. малдарының эсәк микробиоценозына тәьҫире тикшерелә.

З.Ғ.Ғәбиҙуллин, Н.Ә.Кирәева, Р.Т.Маннапова, М.М.Тойғонов

Тәрж. Г.А.Миһранова

Текст на русском языке

     © ГАУН РБ“Башкирская энциклопедия”, 2018             Все права на материалы, находящиеся на сайте http://башкирская-энциклопедия.рф, охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.