МИКОЛОГИЯ (гр. myјkеs — бәшмәк һәм ...логия), бәшмәктәр т‑дағы фән, ботаника бүлеге. Бәшмәктәрҙең систематикаһын, төҙөлөшөн (анатомия, морфология һ.б.), үҫешен, физиол., генетик һәм биохимик үҙенсәлектәрен, уларҙың таралыуын һәм тәбиғәттәге ролен, кешенең, хайуандарҙың һәм үҫемлектәрҙең организмына тәьҫирен өйрәнә. М. мед., ветеринар, а.х. һәм урман бүлектәре бар. М. фитопатология, сәнәғәт, ш. иҫ. микробиология (антибиотиктар, витаминдар, органик к‑талар, ферменттар һ.б. биосинтезы), фармацевтика һ.б. м‑н бәйле. Башҡортостанда М. 20 б. 30‑сы йй. Урман тәжрибә станцияһында (Н.О. Каттерфельд) үҫешә башлай. Ағас тоҡомдарындағы бәшмәк ауырыуҙарының, ш. иҫ. йүкәнең яман шеше һәм үҙағасы сереүенең барлыҡҡа килеүе, таралыу сәбәптәре өйрәнелгән, ҡарағай үҫентеләренең фузариозына ҡаршы көрәш саралары эшләнгән. 50—80‑се йй. БДМИ‑ла (ҡара: Медицина университеты) тире һәм лайлалы тиресәнең кандидозы (Р.Ғ.Ғәбитова, Е.А.Медведева һ.б.), микроспорияны, серетеүсе трихофитияны тыуҙырыусылар (Медведева), бәшмәк ауырыуҙарын дауалағанда “Красноусол” шифаханаһының дауалау факторҙарын ҡулланыу (М.М.Ғафаров) өйрәнелгән, зооантропоноз трихофитияларын дауалау ысулдары эшләнгән (Ю.А.Медведев, Э.В.Чистякова). Урман тәж. ст. тирәктәрҙең некроз‑яман шеш (И.А.Ибраһимов) һәм__ тут ауырыуҙары (Ибраһимов, П.Н. Степанова), питомниктарҙа ылыҫлы тоҡомдарҙың тамыр сереген тыуҙырыусылар (Ибраһимов, Ф.М.Әхмәтшин) өйрәнелә, ҡарағай урмандарында микориза булдырыусы бәшмәктәрҙең составы асыҡлана, бәшмәк ресурстарын иҫәпкә алыу б‑са, ылыҫлы тоҡомдар үҫентеләренең йығылыуы (А.М.Йыһангиров) һәм ҡарағастың шюттеһы (Ф.М.Хәбибуллин) м‑н көрәштең биол., химик ысулдарын ҡулланыу б‑са тәҡдимдәр эшләнә. Башҡорт дәүләт университетында һәм БДПИ‑ла (ҡара: Педагогия университеты) респ. ашарға яраҡлы бәшмәктәрҙең төр составы өйрәнелә (Б.М.Миркин, Л.Ғ.Наумова). 80‑се йй. уртаһынан М. өлкәһендәге тикшеренеүҙәр Биохимия һәм генетика институтында үткәрелә. Бойҙайҙың һәм эгилопстың айырым геномдарының фитопатоген бәшмәктәргә бирешмәүсәнлеген формалаштырыуға тәьҫире асыҡлана, патоген бәшмәктәрҙе үҫемлек туҡымалары м‑н берләштергән культуралар алына, бойҙайҙың септориоз м‑н зарарланғанлығын ДНК‑диагностикалау ысулы эшләнә (И.В.Максимов, Н.Б.Трошина, Р.М.Хәйруллин, А.М.Ямалиев, Л.Г.Яруллина һ.б.). 90‑сы йй. алып БДМУ‑ла дерматитомикоздарҙы өйрәнеү (Ғафаров, З.Р. Хисмәтуллина һ.б.), хроник дерматоздарҙы (И.В. Выговская) дауалағанда курорттарҙың дауалау факторҙарын ҡулланыу б‑са тикшеренеүҙәр алып барыла. Ауыл хужалығы институтында ҡуҙаҡлы һәм иген культураларының тамыр сереге, бойҙайҙың онло ысығы, саң һәм ҡаты торон тыуҙырыусыларҙың биохимик үҙенсәлектәре (Г.Н. Ғарипова, Ямалиев һ.б.), Ботаника баҡса‑институтында эшләпәле бәшмәктәрҙең үҫеү урындары һәм йыйыу ваҡыты өйрәнелә (С.В.Кучерова).

С.В.Кучерова, С.С.Хәйретдинов

Тәрж. Г.А.Миһранова

Текст на русском языке

     © ГАУН РБ“Башкирская энциклопедия”, 2018             Все права на материалы, находящиеся на сайте http://башкирская-энциклопедия.рф, охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.