МИГРЕНЬ, г е м и к р а н и я, ғәҙәттә, баштың ярты яғының ауыртыуы, өйәнәк. Ауралы М. (ассоциатив), йәғни өйәнәккә тиклем фокаль неврологик симптомдар комплексы күҙәтелә, һәм аураһыҙ М. (ябай) айырыла. Церебраль активлаштырыу механизмдары һәм баш мейеһе тамырҙарының киҫкен киңәйеүе, мейегә ҡан үтеүенең кәмеүе һәм асептик шешеү арҡаһында нейрональ активлыҡ депрессияһы М. өйәнәге тыуыуға сәбәп булып тора. М. үҫешенә нәҫелдән килгән бирешеүсәнлек, стресс, һауа торошо, аҙыҡ‑түлек, гормональ факторҙар һ.б. булышлыҡ итә. Симптомдары: баштың 4—72 сәғәт буйы ныҡ һулҡылдап ауыртыуы, уҡшыу, ҡоҫоу, яҡтылыҡты йәки тауышты күтәрә алмау.__ Диагностикалау өсөн анамнез (5 өйәнәктән дә кәм булмаған) һәм клиник тикшеренеү мәғлүмәттәре файҙаланыла. Дауалау медикаментоз (триптандар, анальгетиктар һ.б.). Иҫкәртеү: ҡуҙғытыусы факторҙарҙы бөтөрөү, тартышыуға ҡаршы саралар ҡулланыу. Медицина университетында Л.Р.Әхмәҙиева етәкс. М. м‑н ауырыусыларҙың патогенезы, клиникаһы, йәшәү сифаты өйрәнелә (В.А.Воеводин, Э.Н.Закирова, М.Ә.Ҡотлобаев һ.б.).

Әҙәб.: Мигрень (патогенез, клиника, лечение) /В.А.Воеводин [и др.]. Уфа, 2006.

Л.Р.Әхмәҙиева

Тәрж. Г.Ҡ.Ҡунафина

Текст на русском языке

     © ГАУН РБ“Башкирская энциклопедия”, 2018             Все права на материалы, находящиеся на сайте http://башкирская-энциклопедия.рф, охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.