МИАСТЕНИЯ (грек. my¼(s) — мускул һәм asthe¼neia— көсһөҙлөк, хәлһеҙлек), Э р б — Г о л ь д ф л а м а у ы р ы у ы, аутоиммун нервы‑мускул ауырыуы. Тыумыштан булған һәм тормошта барлыҡҡа килгән М. айыралар. М. үҫешендә аутоиммун процестар ҙур урын тота, М. м‑н ауырыусыларҙың мускул туҡымаһында һәм боғаҡ биҙендә антиесемдәр табылған. Төп симптомдары: хәлһеҙлек һәм мускулдарҙың төрлө төркөмдәренең патологик арыусанлығы (күҙ ҡабағы төшөү, йотоу һәләтенең боҙолоуы, йөрөүҙәге үҙгәрештәр). Диагностика: антихолинэстеразаны ингибиторҙар м‑н һынау, иммунологик һәм электрофизиологик тикшеренеү мәғлүмәттәре. Дауалау: медикаментоз (антихолинэстераза ингибиторҙары, иммуносупрессорҙар), хирургик (тимэктомия, тимомтимэктомия), плазмаферез һ.б. саралар. Башҡортостанда М. м‑н ауырыу 100 мең кешегә 0,5— 6,0 кеше тәшкил итә. М. диагностикалау һәм дауалау б‑са фәнни тикшеренеүҙәр Респ. клиник дауаханаһында (В.Ф.Туник, Ә.А.Хәмитов) һәм Балалар психоневрологияһы һәм эпилептологияһы үҙәгендә (Р.Ғ.Мусин, Л.Г.Цыпина) алып барыла. БР‑ҙа М. б‑са клиник‑эпидемиологик һәм молекуляр‑генетик тикшеренеүҙәр Биохимия һәм генетика институтында (Ә.Т.Ишмөхәмәтова) үткәрелгән.

Ә.А.Хәмитов

Тәрж. Г.Ҡ.Ҡунафина

Текст на русском языке

     © ГАУН РБ“Башкирская энциклопедия”, 2018             Все права на материалы, находящиеся на сайте http://башкирская-энциклопедия.рф, охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.