МӘҮЛИТОВА Мөнәүәрә Ғәбдрәҡип ҡыҙы [16.8.1923, БАССР‑ҙың Бәләбәй кантоны Урҙайбаш а. (БР‑ҙың Бүздәк р‑ны)], балалар хирургы. Мед. ф. д‑ры (1979), проф. (1980). БАССР‑ҙың атҡ. фән эшмәкәре (1989), СССР‑ҙың һаулыҡ һаҡлау отличнигы (1963). БДМИ‑ны тамамлаған (1950). 1940 й. алып уҡытыусы, 1942 й. — БАССР‑ҙың Бүздәк р‑ны Арыҫлан 7 йыллыҡ мәктәбе директоры, 1944—45 йй. ВЛКСМ‑дың Бүздәк район ком‑ты секретары; 1950—53 йй. Ишембай ҡала һаулыҡ һаҡлау бүлеге мөдире, Өфө ҡала һаулыҡ һаҡлау бүлеге мөдире урынбаҫары. 1956 й. башлап Респ. клиник дауаханаһында (1959 й. — бүлек мөдире), 1964— 66 йй. Өфө ҡала һаулыҡ һаҡлау бүлегенең баш хирургы, бер үк ваҡытта 1964—67 йй. Өфөнөң 1‑се һәм 2‑се дауаханаларында (1966 й. башлап бүлек мөдире), 1966 й. алып БДМУ‑ла уҡыта (1970—89 йй. балалар хирургияһы каф. мөдире), 2001 й. башлап Респ. балалар клиник дауаханаһында эшләй. Фәнни эшмәкәрлеге киҫкен эренле деструктив һәм хроник пневмонияны диагностикалау һәм хирургик дауалау ысулдарын камиллаштырыуға, аппендикуляр перитонитты, гематоген остеомиелитты иҫкәртеүгә һәм дауалауға арналған. М. етәкс. балаларға хирургик ярҙам күрһәтеү һәм ойоштороу нормативтары, ҡалҡан биҙе ауырыуҙарын хирургик дауалау өсөн күрһәткестәр, балаларҙа бронхоэктазия ауырыуын иртә асыҡлау һәм уларҙы диспансерлаштырыу б‑са тәҡдимдәр эшләнгән. С.Д.Терновский ис. пр. лауреаты (2008). 170‑тән ашыу фәнни хеҙмәт авторы.

Х е ҙ м.: Профилактика инфекционных осложнений и комплексное лечение детей с сочетанной и комбинированной термической травмой, пострадавших на катастрофе. Уфа, 2004 (авторҙ.); Организация, развитие и становление детской хирургии в Республике Башкортостан. Уфа, 2011. 

Тәрж. Г.Ҡ.Ҡунафина

Текст на русском языке