МӘҮЖИТОВ Айрат Радик улы (3.2.1962, Өфө), микробиолог. Мед. ф. д‑ры (2001), проф. (2004). БР‑ҙың атҡ. фән эшмәкәре (2012). БДМИ‑ны тамамлаған (1985), 1988 й. алып шунда уҡ эшләй: 2011 й. — фундаменталь һәм ғәмәли микробиология каф. мөдире, бер үк ваҡытта 2004 й. алып дипломдан һуң белем биреү ин‑тының клиник ординатура һәм интернатура б‑са дир. урынбаҫары, 2006—12 йй. микробиология бүлеге м‑н мед.‑профилактика ф‑ты деканы. Фәнни эшмәкәрлеге шартлы патоген бактерияларҙың ауырыу тыуҙырыусы молекуляр‑генетик аспекттарына, кешенең дисбиотик торошон өйрәнеүгә, инфекцион ауырыуҙар диагностикаһының лаб. ысулдарын камиллаштырыуға арналған. М. ҡатнашлығында грамыңғай һәм грамкире бактерияларҙы, Trichomonas затынан булған иң ябайҙарҙы айырыу ысулдары, Enterobacteriaceae ғаиләһенә ҡарағандарҙа термостабиль энтеротоксин генын асыҡлау һ.б. эшләнгән. 300‑ҙән ашыу фәнни хеҙмәт һәм 26 уйлап табыу авторы. Рәсәй биотехнологтары йәмғиәтенең Башҡ‑н бүлексәһе рәйесе (2004—2012).

Х е ҙ м.: Клинико‑иммунологические особенности внебольничной пневмонии. Иммуно‑коррекция. Уфа, 2011. 

Тәрж. Г.Ҡ.Ҡунафина

Текст на русском языке