МӘСЕТЛЕ ШИФАХАНАҺЫ. Мәсетле р‑нында, Оло Ыҡтамаҡ а. эргәһендә, Красноуфимск т. юл ст. (Свердловск өлк.) 100 км алыҫлыҡта урынлашҡан. Ғин. уртаса т‑ра ‑16°С, июлдә — 17,5°С. 1944 й. асылған, 2010 й. алып БР‑ҙың ата-әсәләре м-н балалар өсөн Мәсетле шифаханаһы. Тын алыу системаһы ауырыуҙары булған балаларҙы дауалау өсөн тәғәйенләнгән. Шифахана йыл әйләнәһенә эшләй, 200 урынға иҫәпләнгән, шуның 100‑ө 4 йәштән алып балалар һәм уларҙың ата‑әсәләре өсөн иҫәпләнгән (2013). Төп дауалау факторҙары: климат, сапропель ләм. Бальнеотерапия, гипокситерапия (“Тау һауаһы”), ләм м‑н дауалау, энә‑рефлекс терапияһы, дауалау физкультураһы, дауалау массажы, спелеотерапия, физиотерапия һ.б. ҡулланыла. 

Илл.: Мәсетле шифаханаһы. Төп корпус

Текст на русском языке

Тәрж. Г.Ҡ.Ҡунафина