МӘРҮӘР (Sambucus), өсҡат һымаҡтар ғаиләһенә ҡараған үҫемлек заты. 30‑ҙан ашыу төрө билдәле, ике ярымшарҙың да уртаса һәм субтропик бүлкәттәрендә таралған. Башҡортостанда себер М. үҫә. Япраҡ ҡойған, күп олонло, тармаҡлы, бейеклеге 2— 4 м, ҡыҙғылт‑көрән төҫтәге буй йыйырсыҡлы ботаҡтары һәм асыҡ-көрән төҫтәге үренделәре булған ҡыуаҡ йәки ағас. Япраҡтары ҡапма-ҡаршы, ишһеҙҡыйғас япраҡ; япраҡсалары оҙонса‑эллипс формаһында, сите бысҡы һымаҡ тешле, өҫ яҡтан яланғас тиерлек, аҫ яҡтан һеңерсәләре буйлап ҡуйы төклө. Сәскәһе тәүҙә йәшкелт, аҙаҡһарғылт төҫтә; һепертке сәскәлегендә урынлашҡан. Май— июндә сәскә ата. Емеше — ашарға яраҡһыҙ сағыу ҡыҙыл төҫтәге еләк, авг.—сент. өлгөрә. Ылыҫлы һәм ҡатнаш урмандарҙа, һыҙа битләүҙәре һәм йылға ярҙары буйлап үҫә; ҡайһы берҙә Башҡортостан (Көньяҡ) Уралында һәм Башҡортостандың Урал алдының төньяҡ өлөшөндә осрай. Баллы үҫемлек, декоратив үҫемлек, дарыу үҫемлеге. Ултыртылған йырын һыҙа ағастарында ҡулланыла. 

А.Ә.Мулдашев

Тәрж. Г.А.Миһранова

Текст на русском языке