АРЛАН НЕФТЬ ЯТҠЫЛЫҒЫ, РФ‑та иң эре ятҡылыҡтарҙың береһе һәм БР‑ҙа иң ҙуры. Респ. төньяҡ-көнбайышында Краснокама, Ҡалтасы, Дүртөйлө, Илеш р‑ндарында һәм Удмурт Респ. көньяҡ‑көнсығышында урынлашҡан. Бөрө биләненең Арлан ҡалҡыуына тура килә. Оҙонлоғо яҡынса 120 км, киңлеге 10—25 км. Ятыштары көмбәҙле, ҡатламлы, литологик. Аҫҡы карбондың визе ярусы терриген ултырмалары, ш. уҡ аҫҡы карбондың турней ярусы һәм урта карбондың мәскәү ярусы карбонат ултырмалары нефтле. Ултырмалар ятышы тәрәнлеге 930—1450 м. Запастарҙың төп өлөшө (яҡынса 90%‑ы) 35—105 м ҡалынлыҡтағы визе ярусы терриген ҡатлауының 9 ҡатламына тура килә; ҡатламдар бырауланған, запастарҙың байтаҡ өлөшө алып бөтөлгән. Аҫҡы карбондың турней ярусы карбонат ултырмалары, айырым участкаларын иҫәпкә алмағанда, файҙаланыуға тапшырылмаған. Нефте ауыр (тығыҙлығы 0,869—0,904 г/см3), юғары ҡуйылыҡта (30 МПа•с тиклем), юғары көкөртлө (3%‑ҡа яҡын), газ факторы 15—17 м33. 1955 й. асыла, 1958 й. файҙаланыуға тапшырыла. “Арланнефть”, “Чекмагушнефть” НГДУ‑лары үҙләштерә. Арлан, Вятка, Йосоп, Николо-Берёзовка, Яңы Хажи майҙандары билдәле, 9,8 меңдән ашыу скважина бырауланған, 440 млн т нефть сығарылған (1998). А.н.я. РФ‑та беренсе тапҡыр юғары ҡуйылыҡтағы нефтле продуктив ҡатламдарға һыу ебәреү ысулы индерелә (ҡара: Ҡатламдарҙың нефть биреүсәнлеге).

Әҙәб.: Геологическое строение и разработка Арланского нефтяного месторождения. Уфа, 1997.

К.С.Баймөхәмәтов

Тәрж. Э.М.Юлбарисов

Текст на русском языке

     © ГАУН РБ“Башкирская энциклопедия”, 2018             Все права на материалы, находящиеся на сайте http://башкирская-энциклопедия.рф, охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.