МӘРМӘР ҠУҢЫҘ, с ы б а р  е в р о п  а ҡ у ң ы ҙ ы, и ю л ь  ҡ у ң ы ҙ ы (Polyphylla fullo), ҡаты ҡанатлылар отрядының суҡ мыйыҡлылар ғаиләһенә ҡараған ҡуңыҙ. Урта һәм Көньяҡөнсығыш Европала таралған. Кәүҙә оҙонлоғо — 38 мм тиклем. Кәүҙәһе ҙур, төҫө көрәнһыу ҡаранан алып ҡуңырт көрәнгә тиклем. Өҫкөҡанаты аҡ тәңкәләрҙән торған асыҡ күренгән мәрмәр һүрәтле. Ата ҡуңыҙҙар ҙур суҡ мыйыҡтары мн айырылып тора. Йомортҡаһын тупраҡҡа һала. Балағорто эре (оҙонлоғо 70, ҡалынлығы 15 мм тиклем), 3—4 йыл буйы урман тупрағында, тиреҫтә, серек үҙағаста һ.б. үҫешә. Тупраҡта ҡыуаҡ һәм ағас тамырҙары янында ҡурсаҡлана. Балағорто ҡышлай. Ҡуңыҙҙар июлдә сыға, эңерҙә һәм төнд әәүҙем. Өлкән заттар ағас япрағы һәм ылыҫ мн туҡлана. Һирәкләп Башҡортостандың көньяҡ өлөшөндә осрай, унда М.ҡ. ареалының төньяҡ сиге үтә. Ағас (емеш ағастары), ш. иҫ. виноград, һәм үлән ҡоротҡосо. БРҙың Ҡыҙыл китабына индерелгән. 

М.Ғ.Миһранов

Тәрж. Г.А.Миһранова

Текст на русском языке