МӘРҘӘМШИН Айрат Ғәбиҙулла улы (21.6.1955, Өфө — 20.2.2001, шунда уҡ), үҫемлектәр физиологы. Биол. ф. д‑ры (2000). БДУ‑ны тамамлаған (1981). 1976—82 йй. һәм 1985 й. алып Биохимия һәм цитохимия бүлегендә: 1988 й. башлап өлкән ғилми хеҙм‑р, 1992 й. — лаб. мөдире. Фәнни эшмәкәрлеге ҡатмарлы төҙөлөшлө үҫемлектәрҙең митохондриаль геномының структур‑функциональ ойошторолоуын, күҙәнәктәр һәм туҡымалар культураһын, а.х. һәм дарыу үҫемлектәренең биотехнологияһын өйрәнеүгә арналған. М. тарафынан үҫемлектәр митохондрияларында бер сылбырлы ҡулсалы ДНК барлығы асыҡланған; еләк тисының (составында яман шеш ауырыуына ҡаршы таксол дитерпеноиды бар) һәм татлы тамырҙың (флавоноидтар суперпродуценты) каллус туҡымаһының клондары алынған. 100‑ҙән ашыу фәнни хеҙмәт авторы.

Х е ҙ м.: Митохондриальный геном Pisum sativum L. Уфа, 1999. 

Ф.Р.Ғималов

Тәрж. Г.А.Миһранова

Текст на русском языке