МӘМЛИЕВ Игорь Айрат улы (7.9. 1951, Октябрьский ҡ.), балалар хирургы. Мед. ф. д‑ры (2004), проф. (2013). БР‑ҙың атҡ. табибы (1998). БДМИ‑ны тамамлаған (1974). 1975 й. алып Респ. балалар клиник дауаханаһында, 1990 й. — БДМУ‑ла эшләй. Фәнни эшмәкәрлеге күкрәк ситлеге һәм ҡорһаҡ ҡыуышлығы ағзалары ауырыуҙары диагностикаһында эндоскопия ҡулланыуға, педиатрияла, ш. иҫ. травмалар, тыумыштан үҫеш кәмселеге, сей яра ауырыуы, үт ташы ауырыуы, аппендицит, перитонит, үпкәнең хроник специфик булмаған ауырыуҙары һ.б. ваҡытында видеоторакоскопик һәм видеолапароскопик операциялар ысулдарын эшләүгә һәм камиллаштырыуға арналған. М. ҡатнашлығында балаларҙа экссудатлы плеврит булғанда һәм плевра эмпиемаһын торакоскопик дауалағанда аҙ инвазив ҡатнашлыҡ күрһәткестәрен билдәләү ысулдары эшләнгән. 200‑ҙән ашыу фәнни хеҙмәт һәм 2 уйлап табыу авторы.

Х е ҙ м.: Эндоскопическая хирургия у детей. М., 2002 (авторҙ.). 

Тәрж. Г.Ҡ.Ҡунафина

Текст на русском языке