МӘМӘТОВ Әнүәр Фәризун улы (14.7.1937, Өфө — 15.7.2012, шун‑ да уҡ), орнитолог. Биол. ф. д‑ры (2007). БР‑ҙың мәғариф отличнигы (2006), РФ‑тың почётлы юғары проф. белем биреү хеҙм‑ре (2009). БДУ‑ны тамамлағандан һуң (1964) — Сибай пед. уч‑щеһында, 1970 й. алып БДУ-ла уҡыта. Фәнни тикшеренеүҙәре ҡоштарҙың биологик төрлөлөгөнә һәм экологияһына, Башҡортостан (Көньяҡ) Уралының һыуҙа йөҙөүсе һунар ҡоштарының ресурстарына арналған. М. тарафынан БР һәм РФ орнитофаунаһының һирәк осраған төрҙәрен һаҡлау б‑са тәҡдимдәр эшләнә, улар БР‑ҙың Ҡыҙыл китабын төҙөгәндә ҡулланыла (2004). 300‑гә яҡын фәнни хеҙмәт авторы.

Х е ҙ м.: Водоплавающие птицы Южного Урала. Уфа, 1995; Водоплавающая дичь Башкортостана. Уфа, 2003; Водоплавающие и околоводные птицы Башкортостана. Уфа, 2005. 

Тәрж. Г.А.Миһранова

 

Текст на русском языке