МӘМЕРЙӘ ФАУНАҺЫ, с п е л е о ф а у н а, мәмерйәләрҙә, тау тоҡомдары ярыҡтарында, ер аҫты һыуҙарында йәшәгән хайуандар. М.ф. вәкилдәренә умыртҡаһыҙҙарҙың күп төркөмдәре, ҡайһы бер ер-һыу хайуандары һәм балыҡтар инә. М.ф. составында троглобионттарҙы (гипогеяның — ер аҫтының даими тереклек итеүселәре), троглофилдарҙы (гипогеяла һәм унан тыш, оҡшаш шарттарҙа — урман түшәмәһендә, тупраҡта йәшәйҙәр), троглоксендарҙы (ер аҫтында тереклек итеү урындарын ҡышлау һәм йәйге көн үткәреү өсөн файҙаланалар) айырып йөрөтәләр. М.ф. күпселек төрҙәренең күреү ағзалары редукцияға бирелгән йәки үҫешеп етмәгән, кәүҙә үлсәмдәре ҙур (мәмерйә гигантизмы), мыйыҡтары һәм аяҡтары оҙон, матдәләр алмашыныуы яй, йәшәү циклы оҙонораҡ. Башҡортостанда яҡынса 40 төр М.ф. табылған, шулар араһынан Schaefferia baschkirica, Philotella olgae, Plutomurus baschkiricus төрҙәре троглобионттар булып һанала. М.ф. өйрәнеү м‑н 20 б. 70‑се йй. алып Башҡорт дәүләт университетында шөғөлләнәләр (В.А.Книсс). 

В.А.Книсс

Тәрж. Г.А.Миһранова

Текст на русском языке