МӘҒЖӘНОВ Рим Вәли улы (16.3. 1943, БАССР-ҙың Учалы р‑ны Ильинка приискыһы ҡсб, хәҙ. БР‑ҙың ш. уҡ р‑ны Ильинка а.), невролог. Мед. ф. д‑ры (1989), проф. (1991). РФ‑тың (2005) һәм БР‑ҙың (1997) атҡ. табибы. БДМИ‑ны тамамлағандан һуң (1967) ш. уҡ эшләй (1989 й. алып нейрохирургия һәм мед. генетикаһы курстары м‑н бергә неврология каф. мөдире). Фәнни эшмәкәрлеге нейрогенетика, нәҫелдән килгән дегенератив неврология патологияһы проблемаларына, нервы системаһы патологияһы ваҡытында нейроэндокрин боҙолоуҙарҙы, БР‑ҙа нервы ауырыуҙарының таралыуын өйрәнеүгә арналған. М. тарафынан тәүгеләрҙән булып респ. нервы системаһы нәҫел ауырыуҙарының геогр. һәм этник таралышы, йышлығы, структураһы һәм клиник полиморфизмы тасуирланған. 500‑ҙән ашыу фәнни хеҙмәт авторы. Медицина генетиктары йәмғиәтенең Башҡ‑н бүлексәһе (1978—2005), Бөтә Рәсәй неврологтар йәмғиәтенең Башҡ-н бүлексәһе идараһы (2014 й. алып) рәйесе. “Башҡортостан Республикаһы алдында күрһәткән хеҙмәттәре өсөн” орд. м‑н бүләкләнгән (2013).

Х е ҙ м.: Нервные болезни: рук. для врачей. М., 2002 (авторҙ.); Проблемы экологии: принципы их решения на примере Южного Урала. М., 2003 (авторҙ.); ДНК — диагностика и профилактика наследственной патологии в Республике Башкортостан. Уфа, 2005 (авторҙ.). 

Тәрж. Г.Ҡ.Ҡунафина

 

Текст на русском языке