МЕХДИЕВ Джамаладдин Иса‑оглы (23.11.1956, Әзербайжан ССР‑ы Сафыкюрд а.), хирург. Мед. ф. д‑ры (1996), проф. (2002). БР‑ҙың атҡ. табибы (2001). Әзербайжан мед. ин‑тын (Баҡы, 1981) тамамлағандан һуң 1988 й. тиклем Күмертау үҙәк район дауаханаһында эшләй. 1989 й. алып Өфөлә: 21‑се дауаханала, 1991 й. ашығыс мед. ярҙамы дауаханаһында бүлексә мөдире, бер үк ваҡытта 1994 й. алып БДМУ‑ла уҡыта. Фәнни эшмәкәрлеге абдоминаль хирургия, колопроктология, хирургик инфекциялар проблемаларына; аҙ инвазив технологиялар ҡулланып йыуан эсәктең дивертикуляр ауырыуын, эсәктәрҙең үткәрмәүсәнлеген, хроник колостаздарҙы, геморройҙы, үт ташы ауырыуын дауалауға арналған. М. ҡатнашлығында йыуан эсәк ауырыуҙарын дауалау ысулдары, эсәктең бөтәү яраһы бейеклеген үлсәү, ябыҡ яраларҙың эренен ағыҙыу, дарыу матдәләрен ебәреү өсөн яйланмалар, киҫеү тәрәнлеге билдәле булған скальпель һ.б. эшләнгән. 360‑тан ашыу фәнни хеҙмәт һәм 10 уйлап табыу авторы.

Х е ҙ м.: Сочетанные заболевания толстой кишки. Уфа, 2000 (авторҙ.); Дивертикулярная болезнь толстой кишки. М., 2001 (авторҙ.); Бальнеологические свойства нефталановых нефтей. М., 2002 (авторҙ.). 

 Тәрж. Г.Ҡ.Ҡунафина

Текст на русском языке

     © ГАУН РБ“Башкирская энциклопедия”, 2018             Все права на материалы, находящиеся на сайте http://башкирская-энциклопедия.рф, охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.