МЕЛЬНИКОВ Владимир Николаевич (13.6.1927, Пермь ҡ. — 27.10. 1996, Өфө), микробиолог. Мед. ф. д‑ры (1967), проф. (1986). РСФСР‑ҙың атҡ. табибы (1984), БАССР‑ҙың атҡ. фән эшмәкәре (1980). Н.И.Мельниковтың улы. БДМИ‑ны тамамлағандан һуң (1949) Өфө вакцина һәм сывороткалар ҒТИ‑нда эшләй: 1956 й. алып бүлек нач., 1966 й. цех нач., бер үк ваҡытта 1984—86 йй. лаб. мөдире. Фәнни эшмәкәрлеге вакцина препараттарын булдырыуға, анатоксиндар һәм комплекслы иммунобиологик препараттар алыу технологияларын эшләүгә һәм камиллаштырыуға арналған. М. етәкс. тартышыу һәм ботулиник анатоксиндары (илдә беренсе тапҡыр), секстаанатоксин м‑н ҡорһаҡ тифы вакцинаһы, анаэроб һәм яралар инфекцияһын иҫкәртеү өсөн ҡоро ҡулайлы (балансланған) ассоциацияланған препарат алыу технологиялары эшләнә һәм етештереүгә индерелә. 80‑дән ашыу фәнни хеҙмәт һәм 9 уйлап табыу авторы. СССР МС‑ы пр. лауреаты (1985). Окт. Революцияһы (1977), “Почёт Билдәһе” (1971) орд. м‑н бүләкләнгән. Анаэроб инфекцияларға ҡаршы комплекслы препаратты камиллаштырыу б‑са Бөтә Союз координация үҙәге етәксеһе (1970—80).

Х е ҙ м.: Основы профилактики анаэробных инфекций. Уфа, 1971 (авторҙ.); Анаэробные инфекции. М., 1973 (авторҙ.); Система массовой комплексной и ассоциированной вакцинации для крупных эпидгеографических регионов мира. Уфа, 1996 (авторҙ.). 

Н.А.Поспеева

Тәрж. Г.Ҡ.Ҡунафина

Текст на русском языке

     © ГАУН РБ“Башкирская энциклопедия”, 2018             Все права на материалы, находящиеся на сайте http://башкирская-энциклопедия.рф, охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.