МЕЛЕНТЬЕВ Александр Иванович (19.10.1949, Дәүләкән ҡ.), микробиолог. Биол. ф. д‑ры (2001), проф. (2001). БР‑ҙың атҡ. фән эшмәкәре (2006). ӨНИ‑не тамамлағандан һуң (1974) 1975 й. тиклем Мәскәү аҙыҡ-түлек сәнәғәте технологиялары ин‑тында, 1979 й. алып ӨНИ‑лә, 1984 й. — Биохимия һәм цитохимия бүлегендә, 1988 й. алып Өфө Биология ин‑тында эшләй: лаб. мөдире, 2004 й. башлап дир., 2015 й. — ғилми етәксе. Фәнни эшмәкәрлеге бактерияларҙы биологик әүҙем матдәләрҙең продуценттары һәм үҫемлектәр ауырыуҙарын тыуҙырыусыларҙың биологик контроле агенты булараҡ өйрәнеүгә арналған. М. тарафынан аэроб спора барлыҡҡа килтереүсе бактерияларҙың цитокининдар (үҫемлектәрҙең үҫеү гормондары) синтезлауға һәләтлелеге иҫбат ителә. М. етәкс. Бациспецин БМ, Елена һ.б. биол. препараттар эшләнә, улар етештереүгә индерелгән. 200‑ҙән ашыу фәнни хеҙмәт һәм 33 уйлап табыу авторы. Рәсәй хитин (1998 й. алып) һәм Төбәк‑ара микробиология (2004 й. алып) йәмғиәттәренең Башҡ‑н бүлексәһе рәйесе.

Х е ҙ м.: Роль бактерий‑антагонистов фитопатогенов в защите сельскохозяйственных растений от болезней. Уфа, 2001 (авторҙ.); Аэробные спорообразующие бактерии Bacillus Cohn в агроэкосистемах. М., 2007. 

 Н.Н.Круглова

Тәрж. Г.А.Миһранова

Текст на русском языке