АРҠАУЫЛ ҺАҘЛЫҒЫ, Асы, Йүрүҙән й. басс. һаҙлыҡ, тәбиғәт ҡомартҡыһы (2005). Салауат р‑ны Арҡауыл а. төньяҡ-көнсығышҡа табан 0,7 км алыҫлыҡта урынлашҡан. Уйһыу һаҙлыҡ, дөйөм майҙаны 150 га. Көслө минераллашҡан ер аҫты һыуҙары м‑н туйына, шишмәләре бар. А.һ. аша инеш аға, уның үҙәгендә күрәнле, ҡамышлы һәм ерекле-таллы һаҙлыҡтарҙан торған эзбизле туфтар барлыҡҡа килгән. Үҫемлектәрҙең һирәк төрҙәре үҫә: бүлбеле тәбәнәк әшәлсә, ваҡ мүк еләге, күк көртмәле, ҡыҙыл көртмәле, Лёзель липарисы, Руссов бармаҡтамыры, тутыҡ схенус, һаҙ баҙыҡайы, һаҙ һаҙанағы һ.б.

А.Ә.Мулдашев

Тәрж. Г.Ҡ.Ҡунафина

Текст на русском языке