МЕЗОФИТТАР (мезо... һәм ...фит), дым етерлек булған шарттарҙа йәшәүсе үҫемлектәр. М. күпселек болон үҫемлектәре, киң япраҡлы (имән, йүкә, саған, йыла) һәм ваҡ япраҡлы (уҫаҡ, аҡ ҡайын) урман ағастары һәм ундағы үләндәр (ҡуян ҡолағы, тайтояҡ һ.б.) ҡарай. М. өсөн уртаса үҫешкән тамыр системаһы, мезофилы яҡшы үҫешкән (күҙәнәк аралары системаһы булған бағана һымаҡ һәм көпшәк паренхима) һәм тамырсыҡтарҙың селтәре ҡуйы булмаған япраҡтар, осмотик баҫымдың уртаса күрһәткестәре хас. Эумезофиттарҙы (ысын мезофиттар бүтәгә, йыйылма айрауыҡ һ.б.), ксеромезофиттарҙы (ксерофиттарға яҡын дала бажаты, ғәҙәти ерек ҡураһы һ.б.), гигромезофиттарҙы (гигрофиттарға яҡын ҙур ҡондораҡ, болон төлкөғойроғо һ.б.) һәм галомезофиттарҙы (тоҙға сыҙамлы М. ҡайын еләге клеверы, аш билсәне һ.б.) айырып йөрөтәләр. Күп эфемероидтар (елбегәй, ҡаҙ йыуаһы һ.б.) М. булып тора. Декоратив үҫемлектәр (аҡ умырзая, ҡәнәфер һ.б.), мал аҙығы үҫемлектәре (ваҡ күстерә, клевер һ.б.), дарыу үҫемлектәре (ҡаҙ үләне, ҡымыҙлыҡтар һ.б.), баллы үҫемлектәр (йүкә, ҡандала үләне һ.б.), ашарға яраҡлы үҫемлектәр (иген, йәшелсә, емеш культуралары). М. үҫемлектәрҙең 20‑нән ашыу һирәк төрө (дөрдөр сәскә, ҡырағай алмағас, ыҫпай һуған һ.б.; реликттар бейек торҡа сәскә, оҫҡон йыуаһы, өсҡалаҡ күксин һ.б.; эндемик Литвинов сырмалсығы) БР‑ҙың, шулар араһынан кәкүк ситеге, әҙрәс гөл һ.б. РСФСР‑ҙың Ҡыҙыл китабына индерелгән. 

Л.Ғ.Наумова

Тәрж. Г.А.Миһранова

Текст на русском языке

     © ГАУН РБ“Башкирская энциклопедия”, 2018             Все права на материалы, находящиеся на сайте http://башкирская-энциклопедия.рф, охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.