МЕДИЦИНА ҮҘӘКТӘРЕ.

Башҡортостан медицина профилактикаһы үҙәге. Өфөлә урынлашҡан. 1921 й. Респ. санитар‑ағартыу йорто булараҡ нигеҙ һалына, 1989 й. алып Респ. һаулыҡ үҙәге, 1992 й. хәҙ. исемен йөрөтә. Составына ойоштороу‑методика, ойоштороу һәм дауалау‑иҫкәртеү ойошмалары м‑н профилактика эшен координациялау, редакция‑баҫма һ.б. бүлектәр инә. Һаулыҡ һаҡлау системаһында мед. профилактикаһы, сәләмәт йәшәү рәүешен пропагандалау б‑са эштәр ойоштора һәм координациялай.

СПИД һәм инфекцион ауырыуҙарҙы иҫкәртеү, уларға ҡаршы көрәшеү б‑са республика үҙәге. Өфөлә урынлашҡан. 1989 й. СПИД‑ты иҫкәртеү һәм уға ҡаршы көрәш б‑са респ. үҙәге булараҡ нигеҙ һалына, 1991 й. алып Респ. СПИД консультатив‑диагностика үҙәге, 2002 й. хәҙ. исемен йөрөтә. Составына методик ярҙам ойоштороу, диспансер күҙәтеү һәм дауалау, клиник эпидемиология, халыҡҡа иммунопрофилактика ойоштороу, клиник‑диагностик лаборатория һ.б. бүлектәр инә. Халыҡҡа ВИЧ‑инфекция һәм СПИД ассоциацияланған сирҙәр, вируслы парентераль гепатиттар һ.б. ваҡытында консультатив, диагностик,__ дауалау һәм иҫкәртеү ярҙамы күрһәтә, инфекцион ауырыуҙарҙың иммунопрофилактикаһы б‑са мед. ойошмалары эшмәкәрлеген координациялай. Белорет, Күмертау, Сибай ҡҡ. филиалдары бар.

2‑се Республика клиник дауаханаһының Балалар психоневрология һәм эпилептология үҙәге. Өфөлә урынлашҡан. 1990 й. БР Һаулыҡ һаҡлау министрлығының 1‑се Берләштерелгән дауаханаһы нигеҙендә Респ. балалар психоневрология үҙәге булараҡ нигеҙ һалына, 2000 й. хәҙ. исемен йөрөтә. 120 койкаға иҫәпләнгән стационары бар. Составына 3 клиник (кескәй, мәктәпкәсә һәм мәктәп йәшендәге балалар өсөн), дауалау физкультураһы һәм массаж, реанимация һәм интенсив терапия, функциональ диагностика, физиотерапия, рефлексотерапия һ.б. бүлектәр инә. Неврология патологияһы булған балаларға махсус стационар ярҙам күрһәтә; дауалау‑иҫкәртеү учреждениеларында балаларға неврология хеҙмәтен үҫтереү б‑са планлы, кисектергеһеҙ‑консультатив мед. һәм ойоштороу‑методик ярҙам булдыра; БДМУ‑ның белгестәр әҙерләү һәм камиллаштырыу б‑са клиник базаһы. Йыл һайын 2500‑гә яҡын балаға ярҙам күрһәтелә.

Башҡортостан Республикаһының һәләкәттәр медицинаһы үҙәге. Өфөлә урынлашҡан. 1993 й. Респ. кисектергеһеҙ мед. ярҙамы үҙәге булараҡ ойошторола, 1996 й. хәҙ. исемен йөрөтә. Составына оператив‑диспетчер, ойоштороу‑методик, ойоштороу‑мед. тәьминәте, матди‑техник тәьминәт бүлектәре, юл‑транспорт фажиғәләре осраҡтарында беренсе ярҙам күрһәтеү алымдарына өйрәтеү б‑са уҡытыу‑методика үҙәге һ.б. инә. Һәләкәттәр медицинаһы хеҙмәтенә идара итә.

Дарыуҙарҙың сифатын һәм сертификацияһын контролләү үҙәге. Өфөлә урынлашҡан. 1999 й. “Башфармация” дәүләт махсуслашҡан етештереү пр‑тиеһының контроль‑аналитика лаб. базаһында ойошторола. Составына дарыуҙарҙың сифатына һынау үткәреүсе һәм уларҙың норматив документация талаптарына ярашлылығын тикшереүсе лаб. инә.

Республика перинаталь үҙәге. Өфөлә урынлашҡан. 2003 й. нигеҙ һалына. Составында стационар (80 койкаға иҫәпләнгән 2 йөклөлөк патологияһы акушерлыҡ бүлексәһе, 40 койкаға иҫәпләнгән анестезиология һәм реанимация, реконструктив һәм пластик хирургия, 60 койкаға иҫәпләнгән гинекология, физиотерапия бүлексәләре) һәм поликлиника (сменаға 300 кеше ҡабул итә; диагностика, медик‑генетик консультация, ярҙамсы репродуктив технологиялар бүлексәләре, ғаиләне һәм репродукцияны планлаштырыу үҙәге) бар. Йөклө ҡатындарға, репродуктив функцияһы боҙолған пациенттарға, тыумыштан ауырыу һәм нәҫел ауырыуҙары булған ғаиләләргә махсус мед. ярҙамы күрһәтә, яңы тыуған балаларға күп кенә нәҫел ауырыуҙары б‑са скрининг тикшереүе һ.б. үткәрә; район‑ара перинаталь үҙәктәре һәм ғаиләне планлаштырыу кабинеттары, бала табырға ярҙам итеүсе учреждениелар эштәрен координациялай. 

 Тәрж. Г.Ҡ.Ҡунафина

Текст на русском языке

     © ГАУН РБ“Башкирская энциклопедия”, 2018             Все права на материалы, находящиеся на сайте http://башкирская-энциклопедия.рф, охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.