МЕДИЦИНА РЕНТГЕНОЛОГИЯҺЫ ҺӘМ РАДИОЛОГИЯҺЫ, кеше ағзалары һәм системалары төҙөлөшөн, функцияларын тикшереү, ауырыуҙарын диагностикалау һәм дауалау өсөн рентген нурҙарын ҡулланыуҙы (рентгенология); кеше организмына ионлы нурланыштың тәьҫирен, дауалау йәки диагностика өсөн радиоактив элементтар файҙаланыуҙы, нурланышҡа ҡаршы һаҡланыу һәм радиация гигиенаһы (радиология) мәсьәләләрен өйрәнеүсе медицина бүлеге. Рентгенология рентген диагностикаһы, ‑терапияһы, ‑профилактикаһы, ‑техникаһына; радиология радионуклид диагностикаһына (ядро мед.) һәм нур терапияһына (клиник радиология) айырыла. Башҡортостанда тәүге рентгенограмма 1913 й. Б.П.Ручинский тарафынан эшләнә, беренсе рентген кабинеты 1926 й. Өфөнөң 1‑се ҡала дауаханаһында асыла, респ. 1938 й. — 47, 1940 й. 72 рентген аппараты эшләй. М.р.һ.р. өлк. тәүге фәнни тикшеренеүҙәр 40‑сы йй. башлана (А.А.Городецкий). 1954 й. БДМИ‑ла (ҡара: Медицина университеты) профилле каф. (1989 й. алып нур диагностикаһы һәм нур терапияһы каф.) ойошторола. 1964 й. Республика клиник дауаханаһы эргәһендә радиоизотоп, 60—70‑се йй. — радиология лаб., Онкология диспансерында — радиотерапия һәм радиогинекология бүлектәре асыла, дауалау практикаһына бауырҙы, бөйөрҙәрҙе, ҡалҡан биҙен, һөлдәне радионуклид тикшереү ысулдары индерелә. БДМИ‑ла Б.Б.Ҡудашев етәкс. ауырыуҙарҙа нур гамма‑терапияһын ҡулланғанда тын алыу һәм ҡан әйләнеше ағзаларында функциональ үҙгәрештәр өйрәнелә, үпкә рагын ҡатнаш дауалау ысулдары, хроник бронхит, ҡорһаҡ ярыһы йәбешмә ауырыуының рентген диагностикаһы эшләнә (Н.Ғ.Ғатауллин, Л.А.Лоскутова, Ә.Ғ.Мамина, М.Ҡ.Нәбиуллина). Ғалимдар тарафынан онкологик ауырыуҙарҙы тикшереүҙең стандартлашҡан ысулдары эшләнә һәм ғәмәлгә индерелә. Тамаҡ рагы м‑н ауырыусыларҙа нур терапияһынан һуң матдәләр алмашыныуы тикшерелә (Р.Ә.Зәбиров), тиреотоксик боғаҡты иод (Р.У.Ишмөхәмәтов), тышҡы локализация гемангиомаларын кобальт‑60 радиоактив изотобы (И.Ғ.Ғәлина), панарицийҙы рентген нурҙары м‑н (Е.А.Волж- ский) дауалау ысулдары эшләнә, үт сығарыу юлдары стриктураларын (тарайыуы) тире, бауыр аша протезлауҙың рентгенохирургик ысулы индерелә (И.Ф.Мөхәмәтйәров, С.П.Нелюбин). 80‑се йй. аҙ. — 90‑сы йй. ауырыуҙарҙа бөйөрҙәр функцияһы боҙолоуын комплекслы баһалау өсөн радионуклид ренография ҡулланыу б‑са тикшеренеүҙәр үткәрелә (Р.Ғ.Вәлиев), бәүел ҡыуығы рагын дауалауҙың радикаль нур терапияһы программаһы эшләнә (Ф.Ф.Мофазалов). 2000 й. алып үпкә (О.В.Серов), бауыр шештәре (Т.Г.Яценко) ауырыуҙарын комплекслы диагностикалау, гастроэнтерологик (А.В.Әмирова, Д.Х.Әмирова), стоматологик (Л.П.Герасимова, С.В.Чуйкин), хирургик ауырыуҙарҙың (И.В.Верзакова, В.Ә.Зөбәйеров, Л.Н.Какаулина, Л.М.Макарьева, А.М.Әмирова) нур диагностикаһы, гинекологик ауырыуҙарҙың нур терапияһы (Н.Г.Вәлиева, З.М.Галанова), баш мейеһенең яман шеш глиомаларының химия‑нур терапияһы камиллаштырыла (А.Ю.Штефан), инсульт кисергән пациенттарҙы компьютер томографияһы м‑н тикшереүҙең заманса технологиялары эшләнә (Э.И.Сәйфуллина). БР‑ҙа 327 рентгенолог һәм 841 рентгенлаборант эшләй; дауалау учреждениеларында 18 компьютер томографияһы кабинеты, 5 радионуклид лаб. һәм 5 бүлексә эшләй, 160 радиологик койка, 13 нур терапияһы кабинеты, 8966 диагностика аппараты һәм 161 флюорография ҡулайламаһы иҫәпләнә; 36 меңгә яҡын радиодиагностик һәм 24 меңгә яҡын функциональ тикшеренеү, ш. иҫ. 12 меңгә яҡын сканирлау, үткәрелгән (2012).

И.В.Верзакова

Тәрж. Г.Ҡ.Ҡунафина

Текст на русском языке

     © ГАУН РБ“Башкирская энциклопедия”, 2018             Все права на материалы, находящиеся на сайте http://башкирская-энциклопедия.рф, охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.