МЕДИЦИНА ПРИБОРҘАРЫ, ауырыуҙарҙы диагностикалау һәм дауалау өсөн файҙаланылған мәғлүмәттәрҙе үлсәү, анализлау, эшкәртеү, күрһәтеү, һаҡлау, ш. уҡ мед. системаларын көйләү өсөн тәғәйенләнгән техник яйланмалар. Ҡулланыу өлкәһе б‑са М.п. түбәндәге төркөмдәргә бүленә: йылылыҡ физикаһы, электр, магнит, оптик, ядро һ.б. үл__сәмдәр өсөн; индикация ысулы б‑са — күрһәтеүсе һәм теркәүсе; хәүеф дәрәжәһе б‑са — потенциаль хәүефте күрһәтеүсе иң юғары (3), юғары (2б), уртаса (2а) һәм түбән (1) класлы приборҙар. Башҡортостанда 1995 й. алып “Нейрон” пр‑тиеһы (З.М.Сафина) — офтальмологик тикшеренеүҙәр, “Астра” ғилми‑етештереү үҙәге (А.В.Карпухин) электрофоретик тикшеренеүҙәр өсөн М.п. (икеһе лә — Өфө), “Кверти‑Мед” ЯСЙ (Д.Ю.Бухвостов, А.В.Грищенко) гемоанализаторҙар эшләп сығара. Тире япмаһының физик үҙенсәлектәрен тикшереү өсөн приборҙар В.Г.Гусев етәкс. Авиация техник университетында эшләнә. 2007 й. БР М.п. етештереүселәр ассоциацияһы төҙөлә.

Әҙәб.: Г у с е в В.Г. Методы и технические средства для медико‑биологических исследований: в 2 ч. Уфа, 2001; Н а с и б у л л и н Р.С., Г у с е в В.Г. Методы и технические средства медицинской визуализации. Уфа, 2003. 

 Р.С.Нәсибуллин

Тәрж. Г.Ҡ.Ҡунафина

Текст на русском языке