МЕДИЦИНА‑САНИТАРИЯ БҮЛЕКТӘРЕ, сәнәғәт, төҙөлөш һәм транспорттың эре пр‑тиелары эшселәренә мед. ярҙамы күрһәтеү өсөн тәғәйенләнгән дауалау‑иҫкәртеү учреждениелары комплекстары. М.‑с.б. эшмәкәрлеген ойоштороу, үҙгәртеп ҡороу һәм финанслау пр‑тиелар аҡсаһы иҫәбенә башҡарыла. М.‑с.б. составына цех участкалары м‑н поликлиникалар, табип һәм фельдшер һаулыҡ пункттары инә, эре М.‑с.б. стационарҙар, һаулыҡты тергеҙеүсе дауалау бүлексәләре, профилакторийҙар, ҡатын‑ҡыҙҙар консультациялары һ.б. бар. Хеҙмәтләндереү контингентына бәйле М.‑с.б. ябыҡ (пр‑тие эшселәренә мед. ярҙамы күрһәтеү өсөн) һәм асыҡ (эргәләш райондар халҡын хеҙмәтләндереү өсөн) типтарҙа була. М.‑с.б. бурыстары: махсус амбулатор‑поликлиник һәм дауаханала (стационар булған осраҡта) мед. ярҙамын күрһәтеү; эшселәргә диспансерлаштырыу, профилактик ҡарап сығыу, ваҡытлыса хеҙмәткә яраҡһыҙлыҡҡа экспертиза үткәреү, диетик туҡланыуға, шифаханаларҙа һәм профилакторийҙарҙа дауаланыуға мохтаждарҙы мед. күрһәткестәр б‑са һайлап алыу; хеҙмәт шарттарын яҡшыртыу, производство травмаларын, һөнәри ауырыуҙарҙы һәм производство сәбәпсе булған ауырыуҙарҙы иҫкәртеү, инвалидлыҡты кәметеү б‑са саралар ойоштороу; хеҙмәтсәндәрҙә сәләмәт йәшәү рәүешен формалаштырыу. Башҡортостанда тәүге М.‑с.б. Б.В. һуғышы йылдарында сәнәғәттең төп тармаҡтары(нефть, газ, күмер, химия, металлургия, машиналар эшләү һ.б.) пр‑тиелары эшселәренә махсус квалификациялы мед. ярҙамы күрһәтеү өсөн булдырыла. 1945 й. сәнәғәт пр‑тиеларында 44 табип һәм 73 фельдшер һауыҡтырыу пункты була. 50— 80‑се йй. М.‑с.б. Өфө (Өфө моторҙар эшләү производство берекмәһе, Яңы Өфө нефть эшкәртеү заводы, “Уфанефтехим”), Нефтекама (“Арланнефть” НГДУ‑һы, Ҡарман ДРЭС‑ы), Октябрьский (“Туймазанефть” НГДУ‑һы), Стәрлетамаҡ (“Стерлитамакстрой”, Стәрлетамаҡ машиналар эшләү заводы, “Сода”, “Каучук”), Салауат (“Салаватнефтемаш”, “Салаватнефтеоргсинтез” ПБ; ҡара: “Газпром нефтехим Салават”), Ишембай (“Ишимбайнефть” НГДУ‑һы) ҡҡ. сәнәғәт пр‑тиеларында булдырыла. 1968 й. дөйөм һаны 6 меңдән ашыу койка иҫәпләнгән 30 эре М.‑с.б. була, 136 цех участкаһы, 433 табип һәм фельдшер һауыҡтырыу пункты эшләй; 1980 й. үҙ эсенә 271 цех участкаһын алған М.‑с.б. һаны 46‑ға етә. 1980 й. М.‑с.б. тарафынан машиналар эшләүсе һәм күмер (100%), нефть (75%), металлургия (65%) сәнәғәте һәм төҙөлөш (71%) эшселәре мед. хеҙмәтләндереү м‑н тәьмин ителә. 90‑сы йй. алып М.‑с.б. составына ингән дауалау‑иҫкәртеү учреждениелары муниц. милеккә тапшырыла башлай.

Т.К.Макарова, Н.Х.Шәрәфетдинова

Тәрж. Г.Ҡ.Ҡунафина

Текст на русском языке